Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
5 Март 2020, 14:04

Сибайҙа бөгөн һөт кухняһы асылды

.

"Һөт кухняһы" дәүләт автономлы учреждениеһы үҙ эшен башланы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан етәкселеге "һөт кухнялары"н тергеҙҙе. Республикала өс йәшкә тиклем 150 меңдән ашыу бала йәшәй, уларҙың 26 меңе бушлай һөт ашамлыҡтары алырға хоҡуҡлы.
Сибайҙа асылған производство цехы иҫәп буйынса бишенсеһе. Ул башҡаларҙан һуңыраҡ эшләй башланы, сәбәбе - ҡулайлы бина юҡлығы. Ошоно күҙ уңында тотоп, модулле цех ҡоролдо. Производство ҡеүәте тәүлегенә 5 тонна һөт тәшкил итә, 25 эш урыны булдырылған.
Йыл башынан Сибай ҡалаһы, Баймаҡ, Йылайыр һәм Хәйбулла райондары халҡы "Һөт кухняһы" ДАУ-ы продукцияһын ала башланы. Тик быға тиклем һөт ашамлыҡтары Белореттан килтерелә ине. Яңы производство Сибайҙың һәм эргәләге райондарҙың 876 ҡулланыусы ихтыяжын ҡаплай аласаҡ.
Әле Сибайҙа өс урында продукция таратыу пункты бар. Улар Маяковский урамы, 26, Ленин урамы, 17 адрестары буйынса урынлашҡан. Ленин урамының 44-се йортондағы 127-се аптекала иһә ҡоро ҡатнашмалар һәм бутҡалар бирелә.
www.milkrb.ru сайтында барлыҡ адрестар, эшләү ваҡыттары, ассортимент бирелгән.
Фото: Т.Аманов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас: