Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
4 Март 2020, 12:40

«Текә» автомобилдә йөрөүселәр икеләтә түләйәсәк

.

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штраф күләме автомобиль маркаһына бәйле булырға тейеш. РФ Дәүләт Думаһының Транспорт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Старовойтов шулай тип белдергән.
Ул әйтеүенсә, башҡаса бөтә машина йөрөтөүсене лә аҡылға ултыртып булмаясаҡ. Мәҫәлән, 10 мең һум ҡайһы бер граждандарҙың бюджетына бик ҡаты һуғасаҡ, ә икенселәр уны һиҙмәйәсәк тә. Шуға күрә бер үк төрлө хоҡуҡ боҙған өсөн, әйтәйек, “Жигули” йөрөтөүсе, мең һум штраф түләргә тейеш, ә “Феррари”ҙа елдереүсегә - 50 мең һумлыҡ штраф сәпәргә кәрәк.
- Әгәр, ысынлап та, кешеләрҙе тәртипкә ултыртайыҡ тиһәк, беҙ ҡайһы бер машина йөрөтөүселәрҙең килемдәренең төрлө икәнен аңларға тейешбеҙ, - тип аңлата Старовойтов. - Берәү миллиард һумлап аҡса эшләй икән, уның өсөн был 3 мең һумлыҡ штраф бер ниндәй ҙә тәрбиә сараһы булмаясаҡ, ул уға төкөрөп кенә ҡараясаҡ.
Фото:google.ru
Яңылыҡ авторы: Гөлнара Солтанова
Читайте нас: