Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
4 Март 2020, 12:52

РЕМОНТ ЭШТӘРЕ 15 АПРЕЛДӘ БАШЛАНА

.

“Беҙҙең республика кешеләре өсөн юлдарҙағы соҡорҙар темаһы бик көнүҙәк. Күптәр тәгәрмәсен юғалта, машинаһын боҙа”, – тине Радий Хәбиров мартта Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә.
– Быйыл беҙҙә ҡыш бик ауыр булды. һауа температураһының тотороҡло булмауы юл япмаһын ныҡ боҙҙо. Был турала халыҡҡа һөйләргә кәрәк. Юлдың ни өсөн насар икәнлеген кешеләр белеп торһон, – тине ул.
Ремонт эштәре көн әҙерәк йылытҡас, 15 апрелдә башлана һәм 15 июндә тамамланырға тейеш. Әлеге ваҡытта соҡорҙарҙы һанлаштырыу эше бара. Бында “Юл эксперты” ҡушымтаһы ярҙамға килергә тейеш. Радий Фәрит улы был эште республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына былтырғыһынан айырмалы сифатлы итеп үтәргә ҡушты.
– Эште сифатлы башҡарыу өсөн бәләнең ни тиклем ҙур булыуын белергә кәрәк: соҡорҙар күпме, уларҙың ҙурлығы, ҡайҙа урынлашыуы. Был эш муниципалитет башлыҡтары иңенә ята. Һеҙ тәжрибәле юлсылар бригадаһын төҙөгөҙ. Улар ай дауамында биләмә буйлап йөрөргә һәм соҡорҙарҙы теркәргә, документтар әҙерләргә тейеш. Мин хакимиәт башлыҡтары эшмәкәрлеген шулай баһалаясаҡмын: кем әҙерәк эшләй, шул – ялҡау, яуапһыҙ кеше, кем күберәк соҡор табып һанлаштыра – уларға афарин. Бында һеҙҙең биләмәлә соҡорҙар күп тип ҡурҡырға ярамай. Киреһенсә, был һеҙҙең эшкә ҡарашығыҙҙы күрһәтәсәк, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе баш ҡаланың Пугачев урамына баҫым яһаны. Ҡыштан һуң урам бик ҡурҡыныс хәлдә һәм унда тиҙ арала эш башларға кәрәк. Был йәһәттән Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин пландар тураһында һөйләне, проблемалы урамдар тәү сиратта төҙөкләндереләсәк, тине. Өфөлә юлдарҙағы соҡорҙо ямау эше 15 февралдән башланған һәм бөгөнгә тиклем 3276 квадрат метр майҙанда 544 тонна асфальт-бетон иретмәһе һалынған.
Әлеге эштәр “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә лә тормошҡа ашырыласаҡ. Ремонтты башҡарыу өсөн Өфө - 195 миллион һум, башҡа ҡала һәм райондар бишәр миллион һум аҡса аласаҡ.
Шулай уҡ эштең урында нисек ойошторолоуы тураһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Яңауыл районы етәкселеге сығыш яһаны.
#нацпроекты

Гульдар Кинзябаева

Читайте нас: