Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
4 Март 2020, 12:34

Ниңә тоҙло ризыҡ ашағы килә?

.

Кеше организмы өсөн тоҙҙоң нормаһы тәүлегенә 5- 10 г.
Физик көсөргәнеш булғанда, эҫе көндәрҙә норманы арттырырға мөмкин. Сөнки тоҙ тир менән сыға. Тоҙлоға тартылыу натрий хлориды етешмәүҙән дә булырға мөмкин. Тән тиреһе кибеүе, мускулдар хәлһеҙлеге, аппетит насарайыу – тоҙ етмәүҙең билдәләре. Ҡалҡан биҙе эшләмәгәндә лә тоҙло ризыҡ ашағы килә.
Натрий диңгеҙ кәбеҫтәһендә, сельдерей, ҡыҙыл сөгөлдөр, һыйыр ите, йомортҡа, диңгеҙ ризыҡтарында күп.
Тоҙло ашау организмдан һыу сыҡмай шешенеүгә, ҡан баҫымы күтәрелеүгә килтерә.
Фото: zen.yandex.ru
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: