Хәйбулла хәбәрҙәре
+6 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
4 Март 2020, 12:42
Өмөтһөҙлөк яҙмаһы
.
Ошо исем аҫтында бер ҡатын республика башлығының сәхифәһенә эш хаҡының күләмен һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн квитанцияның һүрәтен ҡуйҙы:
"Нисек ике бәлиғ булмаған бала менән ошо эш хаҡына, ошо түләүҙәр менән йәшәргә?"
Уға БР Ғаилә һәм хеҙмәт министрлығынан яуап килде:
Әгәр һеҙҙең торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәрегеҙ ғаиләнең дөйөм табышынан 20 процентҡа ашып китә икән, Һеҙҙең субсидияға хоҡуғығыҙ бар.
Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең сайтында субсидияларҙың онлайн-калькуляторы бар
http://rcspn.mintrudrb.ru/housing-subvention-calculator
Уның ярҙамында ошо социаль ярҙамға хоҡуғығыҙ бармы-юҡмы икәнлеген иҫәпләргә мөмкин.
Башҡа социаль ярҙам буйынса ла оҡшаш онлайн-калькулятор бар
https://calc.bashkortostan.ru/adviser/Default.aspx
.
Әгәр социаль ярҙамға хоҡуғығыҙ бар икән, документтарығыҙ менән пособие һәм субсидия юллар өсөн күп функциялы үҙәктәргә (МФЦ), йәки Республика халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенең филиалына мөрәжәғәт итегеҙ (йәшәгән урынығыҙ буйынса)
http://rcspn.mintrudrb.ru/offices
.
Фото: ВК-нан.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: