Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
4 Март 2020, 10:39

Үҙебеҙҙең бейеүсе егет

-

Марат Солтанов "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" исемен алды
Бейеү сәнғәте һәр ваҡыт серле, мауыҡтырғыс донъя булып күренә. Ошо ғәжәйеп донъяла үҙ юлын һалған, һоҡланғыс бейеүҙәре менән республиканың ғына түгел, сит ил тамашасыларының күңелен яулаған яҡташыбыҙ, Степной ауылы егете, “Мираҫ” фольклор йыр һәм бейеү ансамбле артисы Марат Солтанов хаҡында булыр һүҙем. Тыңғыһыҙ һәм фиҙаҡәр хеҙмәт менән яуланған был мәртәбәле исем алыуы уңайынан яҡташыбыҙ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Марат Юлай улы, "Башҡортостандың атҡаҙанған артисы" тигән маҡтаулы исем алыуың менән ҡотлайбыҙ. Был уңыш еңел яуландымы?
- Ул көндәлек тынғыһыҙ хеҙмәт менән яуланды. Иртәндән кискә тиклем репетициялар, үҙ өҫтөңдә даими эшләү, концерттарҙа сығыш яһауҙар - ошондай ҡаҙанышҡа өлгәшергә мөмкинлек биргәндер. Әлбиттә, тырыш хеҙмәтемде баһалаған етәкселегебеҙгә рәхмәтлемен.
- Нисә йәштән бейейһең? Был һәләт һеҙгә кемдән бирелгән?
- Ауылыбыҙҙа икенсе класта уҡығанда бейей башланым. Был һәләт миңә атай-әсәйемдән бирелгән. Сөнки улар икеһе лә бейей, атайым ҡурайҙа, әсәйем гармунда уйнай. Шулай уҡ ағайҙарым да бейенеләр ҙә, ҡурайҙа ла уйнанылар. Ғөмүмән, ғаиләбеҙ менән ижад кешеләре тип әйтергә мөмкин.
- Әгәр хореограф һөнәрен һайламаған булһаң, кем булыр инең?
- Бейеүсе булмаһам, бәлки, географ һөнәрен һайлар инем тип уйлайым. Сөнки миңә мәктәп йылдарынан география фәне оҡшай. Ошо теләгемде тормошҡа ашырыу уйы менән Башҡорт дәүләт педагогия университетының география факультетына имтихандар тапшырып йөрөгән мәлдәр ҙә булды.
- Үҙең бейеүҙәр ҡуяһыңмы?
- Бейеүҙәр күп ҡуям. Сибай, Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәләренә, сит өлкәләрҙә, төрлө һәүәҫкәр бейеү коллективтарына, күптән түгел Учалыға барып бейеү ҡуйып ҡайттым. Шулай уҡ ҡыҙҙар-егеттәргә яңғыҙ бейеүҙәр ҙә һалам. Улар мин ҡуйған бейеүҙәр менән “Байыҡ” телевизион конкурсында ҡатнашып, призлы урындар алалар. Былтыр был бәйгелә мине “Йыл асышы” номинацияһында диплом менән бүләкләнеләр. Күберәк үҙебеҙҙең башҡорт бейеүҙәренә өҫтөнлөк бирәм. Шулай уҡ башҡа халыҡтар бейеүҙәрен дә ҡуям. Коллективтар мин һалған бейеүҙәр менән сит өлкәләргә сығып, фестивалдәрҙә ҡатнашып, Гран-при, 1-се урын яулайҙар.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 18-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: