Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
4 Март 2020, 12:38

Баймаҡҡа коронавирус барып еткән!

.

Ошо хәбәр йәшен тиҙлегендә республиканы урап үтте. Уйын хәбәр түгел, һүҙ үлемесле хәбәр тураһында бара бит. Эш шунда: Кореяла эшләп ҡайтҡан, сығышы менән Йылайыр районынан булған ҡыҙ кинәт ауырып китә. Унда коронавирус ауырыуына хас билдәләр була: юғары тән температураһы, сөскөрөү-йүткереү, хәлһеҙлек...

:

Етмәһә, ҡыҙҙың Корея яҡтарынан йөрөп ҡайтыуы ла хәүефте арттыра. Баймаҡ табиптары, бар медицина хеҙмәткәрҙәре ауырыуҙы ныҡлы күҙәтеү аҫтына ала. Шунда уҡ тейешле анализдар алына һәм йәһәтләп тикшереүгә ебәрелә. Һөҙөмтә килеп етә. Ур-ра – был коронавирус түгел! Ҡыҙ ҡайҙандыр киҙеү йоҡторған, әммә был ҡурҡыныс инфекция булып сыҡманы.

Шулай ҙа тынысланырға иртә әле. Коронавирус бар донъяға таралыуын дауам итә. Шуға күрә кешеләр күпләп йөрөгән урындарҙан баш тартығыҙ. Исмаһам, сир баҫылғансы йөрөмәгеҙ! Янығыҙҙа кемдер сөскөрә, йүткерә икән, уның эргәһендә оҙаҡ булырға тырышмағыҙ. Магазин һ.б. ерҙәргә кешеләр әҙ саҡта ғына барығыҙ. Кешенең ҡулынан-ҡулына күскән аҡса, ручка, ҡағыҙ һ.б. аша ауырыуҙы йоҡтороп булыуын онотмағыҙ. Эш урынындағы өҫтәлде, компьютер клавитураһын спиртлы салфетка менән таҙартып тороғоҙ. Көн дауамында битегеҙгә, күҙегеҙгә, танауығыҙға ҡағылмағыҙ. Иң яҡшыһы – битлек кейеп йөрөгөҙ. Ҡайтыу менән ҡулығыҙҙы кер һабыны менән яҡшылап йыуығыҙ. Урамда ашамағыҙ, һағыҙ сәйнәмәгеҙ. Балаларығыҙҙы ла тыйығыҙ. Алыҫ юлға сәфәргә сығыуҙан, күмәк кеше йыйылған осрашыуҙарҙан тыйылып тороғоҙ. Дөрөҫ туҡланығыҙ! Витаминдар эсегеҙ, емеш-еләк, йәшелсә ашағыҙ. Диеталарға ултырыуҙан баш тартып тороғоҙ. Ас кешенең хәле булмай, уны ауырыу тиҙ аяҡтан йыға.

Һаҡланғанды -һаҡлармын, тип юҡҡа әйтмәгәндәр. Үҙегеҙ һәм яҡындарығыҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ!

Гүзәл Иҫәнгилдина. https://hakmar.rbsmi.ru/articles/auly-ur-bayly/Koronavirus-ra-lanmani-148280/
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас: