Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
4 Март 2020, 15:55

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында - яңы етәксе

/

Бөгөн М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сираттан тыш йыйылышы үтте. Сараны башҡорт халҡының аҡһаҡалы, олуғ әҙип Рәшит Шәкүр фатихалы һүҙе менән асып ебәрҙе.
Артабан Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы етәксеһе Урал Килсенбаев сығыш яһап, уҙған йыл һөҙөмтәләре өсөн рәхмәт әйтте һәм берҙәмлеккә саҡырҙы. Урал Таһир улы шулай уҡ быйыл төп сара - ул Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тип атап үтте һәм әүҙем эшләргә саҡырҙы.
Сарала Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова Башҡортостан эсендәге 70, Рәсәй тәбәктәрендә 38, донъя буйлап 20-нән ашыу башҡорт ҡоролтайҙары эшмәкәрлеген баһалап рәхмәт белдерҙе.
Эльвира Ринат ҡыҙы Ҡоролтай Уставындағы үҙгәрештәр, бер нисә ағза башҡарма комитеттан сығыу сәбәпле, яңы ағзалар ҡабул итеү тураһында әйтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Искәндәр Юлдашев ҡоролтай ағзаларына бергә эшләгән өсөн рәхмәт белдерҙе һәм икенсе эшкә күсеү сәбәпле, үҙен был вазифанан бушатыуҙы һораны.
Пермь башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәсил Мөхәмәтйәнов башҡорт ҡоролтайында берҙәм һәм милли кадрҙарҙың ҡәҙерен беләйек, тине. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эше төбәктә ентекле барыуын, әммә ярҙам кәрәклеген әйтте. Ул төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән башҡорттарға иғтибар арттырыуҙы һораны.
Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Вәкил Ишембәтов төбәктәрендә йәштәр, өлкәндар эше йәнле барыуын һөйләне. "Беҙ республикала берҙән-бер рәсми теркәлеү үткән ҡоролтай. Был район хакимиәтенең субсидияһын алырға ярҙам итә. Рәсәй Федерацияһының грантына документ тапшырғайныҡ, 500 мең һум оттоҡ. Ошо аҡсаға ағастар ултыртыуҙы тағы ла күбәйтербеҙ, тибеҙ. Шуның өсөн рәсми теркәлеү үтеү кәрәк! Башҡорт телен белмәгән балаларыбыҙ һанын беләйек әле!" - тине.
Дәүләт статистикаһы федераль хеҙмәтенең Башҡортостан төбәк органы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы эше менән таныштырҙы: иҫәп алыу анкетаһы раҫланған, республикала махсус белгестәр был эш менән шөғөлләнәсәк, әммә халыҡ араһында аңлатыу эшен алып барыу мөһим, сөнки был гражданлыҡ бурысы, тине.
Артабан Ҡоролтайға яңы ағзалар һайланды. Алты кеше сығыу сәбәпле, яңы ағзалар һайланды.
Улар араһында таралған тарихсы Салауат Хәмиҙуллин, "Арғымаҡ" төркөмө етәксеһе Ринат Рамаҙанов бар.
Бөтә донъя башҡорттары рәйесе итеп бер тауыштан Ғәлим Яҡупов һайланды.
Автор: Лариса Абдуллина.
Читайте нас: