Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
3 Март 2020, 11:01

ЙЫРТЫҠ ЙЫР

/

Һәр кемдең үҙенең яратҡан йыры була. Кәйефе шәп саҡта шул йырҙы ауыҙ эсенән генә көйләп йөрөй. Йәки, киреһенсе, кәйефһеҙ сағында музыка тыңлаһа, күңеле күтәрелеп китә. Заманалар шәпләнеп, прогресс алға киткәс, яратҡан йырҙың көйөн телефонына ла ҡуйып алдылар - кемдер шылтыратһа, матур музыка йәнен иркәләй. Тик ҡай саҡ был йыр кәйефте бөтөрә, хатта ҡурҡыуға һала ала. Йыр йыртыҡҡа әйләнә, ҡыҫҡаһы. Мәҫәлән, етди кәңәшмәлә, олпат түрәләр араһында ултырғанда телефоныңды ҡалдырмай йәки һүндермәй кергәндә шулайыраҡ була. Хәбиров та онотоғоҙ кәңәшмә ваҡытында телефонды тип әрләп ҡарай, файҙа аҙ, телефонһыҙ бәҙрәфкә лә бара алмағанды, кәңәшмәләргә унһыҙ кереү ҡайҙа.
Элегерәк бер заман, ул саҡтағы Күмертау мэры С. Афонин кәңәшмәһендә бер начальниктың телефоны ҡысҡырып йырланы ла ебәрҙе:
Кто ты, мой новый герой?
Ты будешь здесь, я знаю,
Тебе обычных дел сюжет
Мешает быть со мной. Кәңәшмә - обычный эш түгел, телефон хужаһына мэр асыулы һорауын бирҙе: Нимә беҙгә таң менән дискотека 80-х ойошторҙоғоҙ? Ҡыҙарып-бүртенгән Мираж фанаты тиҙ генә музыканы һүндерҙе - перестройка мәленә, хыял менән булһа ла, ҡайтып килергә өлгөрмәй ҡалдыҡ.
Районда ла музыканы ныҡ яратҡан кешеләр - түрәләр йәшәй. Яңыраҡ бер кәңәшмәлә берәүҙең телефоны шулай уҡ йыр һуҙа башланы:
На поле танки грохотали,
Солдаты шли в последний бой,
А молодого командира
Несли с пробитой головой.
Был юлы был йырҙы оҙағыраҡ тыңлау бәхетенә иреште йәмәғәт: ир курткаһында ятҡан телефонды таба алмай йонсоно.(Кәңәшмәгә курткаһын тотоп керәләр ҙә янындағы ултырғысҡа һалалар - сара бөтөү менән тиҙ генә сыҡып тайырға йәтеш). Үҙе эре кәүҙәле, шуға курткаһы ла ҙур, кеҫәләре лә күп булдымы инде, теге еренә ҡул тыға, телефон юҡ, әйләндереп был еренә тыға, телефон һаман табылмай. Һин ашыҡһаң, ул ҡабалана тигән кеүек, үҙе лә ныҡ ҡаушаны, бөтә зал уның яртҡан йырын тыңлап бөтә яҙҙы. Үтә хислеләре аҙыраҡ ҡушылып йырлап та алды ахры.
Йыр һәр саҡ күңелде күтәрә тиҙәр, яратҡан йыр, ваҡытһыҙ йырлаһа, ҡобараны осора ала, йыр йыртыҡ булып сыға.
Автор: Вилия Янбаева.

Читайте нас: