Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
3 Март 2020, 10:56

ЭШҠЫУАРЛЫҠ ҮҪӘ

/

Һандар теле менән әйткәндә, былтыр республикала Башҡортостан микрокредит компанияһы аша 313 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына йыллыҡ – 6,25 процент, моноҡалаларҙағы эшҡыуарҙарға 3,1250 процент ставкаһы буйынса бөтәһе 525,5 миллион һум аҡса бирелгән.

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы ярҙамында коммерция банктары, “Бәләкәй һәм урта эш­ҡыуарлыҡты ташламалы кредитлау” программаһына ярашлы, 142 йүнселгә былтыр 8,5 процент ставкаһы менән 7,5 миллиард һум кредит биргән.

Былтыр проекттарҙы финанслауға бөтәһе 1 047,8 миллион һумға лизинг килешеүе төҙөлгән, шул иҫәптән 426 миллион һумға 11 проект Башҡортостанда бойомға ашырыла. “Рәсәй бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам банкы” 722 миллион һум күләмендә кредит биргән.

Күренеүенсә, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнергә теләгән кешеләр төрлө программаларҙа ҡатнаша, ташламалы кредит алыу форсатын да ҡулынан ысҡындырмай.
Автор: Рәмилә МУСИНА.
Читайте нас: