Уҡсы (23.11 – 21.12)
Көсөргәнешле осор көтөлә. Бәләкәй генә иғтибарһыҙлығығыҙҙың кәрәкмәгән мәшәҡәттәргә килтереүе ихтимал. Әгәр һәр саҡ уяу булһағыҙ, күп кенә ҡыйынлыҡты урап үтерһегеҙ. Шишәмбелә кемдер фекерегеҙҙе ҡабул итмәҫ. Уның менән аңлашыуға ваҡыт әрәм итмәүегеҙ дөрөҫ булыр.
Мәл мөһим эштәрҙе башлап ебәреү өсөн уңайлы. Киләсәгегеҙ өсөн ныҡлы нигеҙ һалыныу мөмкинлеге булыр. Эш барышында башҡаларҙың ярҙам итеүе бигерәк тә мөһим. Аҡса ҡәҙимгенән күберәк килеп торор, моғайын.