Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
2 Март 2020, 15:45

Республика халҡы кәмей

.

Йыл башына Башҡортостанда даими халыҡ һаны 4037,8 мең кеше тәшкил иткән. 2019 йылдың 1 ғинуары менән сағыштырғанда ул 13,2 мең кешегә кәмегән, тип хәбәр иттеләр Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенән.
Эксперттар билдәләүенсә, уҙған йылдың ғинуар-декабрендә демографик хәл республикала яңы тыуған сабыйҙар һәм вафат булыусылар һанының кәмеүе менән айырылып тора. Әйтәйек, 2019 йылда Башҡортостанда 41 меңдән саҡ ҡына ашыуыраҡ кеше тыуған (2018 йылда - 47 мең). Һәм, киреһенсә, былтыр республикала 49,2 мең кеше яҡты донъя менән хушлашҡан. 2018 йылда улар күберәк булған - 50,4 меңдән ашыу.
Уҙған йылда республикала мең кешегә 10,4 яңы тыуған сабый һәм 12,2 үлгән кеше тура килгән.
Фото: интернет.
02.03.2020
Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: