Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
2 Март 2020, 15:40

Ҡотҡарыу хеҙмәтен саҡырырға теләһәң

.

Республикала 112 ҡотҡарыу системаһының яңы ҡушымтаһы барлыҡҡа киләсәк.
Уның ярҙамында шылтыратыу яһамай махсус хеҙмәттәрҙе саҡырытырға мөмкин. Бәләгә тарыған кеше ҡушымтаға инә һәм SOS төймәһенә баҫа. Бөтә кәрәкле информация тейешле урынға китә.
Был ҡушымта әле 112 хеҙмәте етәкселәренең смартфондарында ғына бар. Программа камиллаштырылып бөтһә, һәр кем телефондарына ҡуя ала.
Яңылыҡ авторы: Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: