Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
2 Март 2020, 15:43

Ни эшләүең был, Зәки?

.

ТНТ каналында “Холостяк” тип аталған шоуҙың яңы миҙгеле башлана. Шул да булдымы яңылыҡ тиерһегеҙ. Эйе, федераль каналдар рейтинг йыйыр өсөн төрлө тапшырыуҙары менән ҡыуандырып ҡына тора. Ә яңылыҡ шунда, “Холястак”та быйыл яҡташыбыҙ ҡатнаша. Ул да булһа, ­Салауат ҡалаһынан Зәки Мусин.
Эш шунда, был тапшырыуҙа бер билдәле, уңышлы һәм бай ир-ат ҡатын-ҡыҙҙар менән таныша һәм мөнәсәбәт төҙөй. Тапшырыу һайын береһен төшөрөп ҡалдырып, аҙағында иң-иңен һайлай. Әйткәндәй, быйыл тәүге тапҡыр унда билдәле “йондоҙ” түгел, ә ябай стоматолог ҡатнаша. 27 йәшлек Антон Криворотов өсөн 25 гүзәл зат көс һынашасаҡ. Һәм улар араһында беҙҙең Зәки ҙә бар. Баҡһаң, был ир бер нисә йыл инде ҡатын-ҡыҙ ҡиәфәтендә йәшәй һәм үҙен күп гүзәл заттан матурыраҡ тип һанай икән. Зәки модель булып эшләй, ә ҡасандыр инженер булып хеҙмәт юлын башлаған.
“Инстаграм”да Зәки үҙенең буйҙаҡ менән ниндәй ҡиәфәттә осрашыуын күрһәткән. Ул артабан шоуға үтерме-юҡмы? Был хаҡта иртәгә тапшырыуҙы ҡарағас билдәле булыр.
Беҙ яҡташтарыбыҙ федераль каналға барып, ижади бәйгеләрҙә ҡатнашһа, бик ҡыуанабыҙ һәм тиҙ арала был яңылыҡ менән уртаҡлашабыҙ. Уларҙың уңыштары тураһында һөйләйбеҙ. Ә бындай “билдәлелек” беҙҙең республикаға кәрәкме? Әллә тағы, миңә ҡалһа юҡтыр...
Фото: Инстаграм.
Альфия Мингалиева
Читайте нас: