Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
2 Март 2020, 15:41

Инвалидтарға пенсия билдәләү тәртибе үҙгәрәсәк

.

Рәсәй Хеҙмәт министрлығы эшләгән проект нигеҙендә, Медик-социаль экспертиза бюроһы инвалидлыҡ билдәләгәндән һуң, гражданға пенсия автомат рәүештә тәғәйенләнәсәк. Хәҙер иһә бының өсөн документ йыйырға һәм Пенсия фондына барырға кәрәк. Был хаҡта «Интерфакс» хәбәр итә.
«Беҙҙең беренсе аҙым — закон проекты әҙерләнек. Ул беҙгә Медик-социаль экспертиза бюроһына мөрәжәғәт иткән инвалидтарға пенсия билдәләргә мөмкинлек бирәсәк. Был эш 2021 йылдың 1 июленән проактив режимда буласаҡ», — тип хәбәр итәләр Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығынан.
Закон проектына ярашлы, граждандар Медик-социаль экспертиза бюроһына 2021 йылдың июленән мөрәжәғәт итәсәк, унан һуң Медик-социаль экспертиза бюроһы Пенсия фондына инвалидлыҡ тураһында мәғлүмәттәрҙе үҙҙәре еткерәсәк һәм фонд пенсияны автомат рәүештә, граждандың шәхси ғаризаһынан башҡа билдәләй аласаҡ.
Фото: Интернет
Самат Ғәлин
Читайте нас: