Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
2 Март 2020, 15:34

2020 йылда сәсеү майҙандары 3 миллион гектарға тиклем арттырыласаҡ

.

Был былтырғынан 4,5 процентҡа күберәк тип хәбәр итте бөгөнгө оператив кәңәшмәлә вице-премьер - БР ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов.
- Яҙғы баҫыу культураларының сәсеү майҙаны 2 млн га тәшкил итәсәк, - тип өҫтәне ул. - Беҙҙә индустриаль һөт проекттары индерелгәс, быйыл беҙҙә аҙыҡ базаһы ла арта, 770 мең гектарға етәсәк (йылына +12%). Шулай уҡ төбәктә йәшелсә-бахча сәсеү майҙандары ла арттырыласаҡ һәм улар 77,5 мең га-ға етәсәк.
Бынан тыш, төбәк аграрийҙары ужым культуралары майҙанын да арттырҙы. Былтыр уға 400 мең га майҙан бүленгән булған. Был 2018 йылдың көҙөнә ҡарағанда 154 мең га-ға күберәк.
- 400 меңдең 175 меңен ужым арышы биләгән, был Рәсәйҙең дөйөм майҙанының 18 проценты. 202 мең га ужым бойҙайына бирелгән. Хәҙер монолитты алабыҙ. 95 процент ужым ҡәнәғәтләндерерлек хәлдә, - тине Илшат Фазрахманов. - Беҙ яҙғы баҫыу эштәрен оптималь агротехник ваҡытта үткәрергә әҙербеҙ.
Фото: Ю.Кәримов
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас: