Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
1 Март 2020, 14:46

Һаумы, яҙ!

Шәмбе көн һауа торошоноң ярайһы уҡ һалҡын, әсе ел булыуға ҡарамаҫтан, район мәҙәниәт йорто алды дәртле йыр-моңдан, халыҡ уйындарынан шаулап торҙо.

Шәмбе көн һауа торошоноң ярайһы уҡ һалҡын, әсе ел булыуға ҡарамаҫтан, район мәҙәниәт йорто алды дәртле йыр-моңдан, халыҡ уйындарынан шаулап торҙо.
Баҙар көнө булғас халыҡ та күп ине, бала-саға рәхәтләнеп күңел асты. Ошонда уҡ борлап самауырҙар ҡайнаны, тәмле ҡоймаҡ, төрлө бәлештәр менән хуш еҫле сәй тәмләүселәр ҙә бихисап ине. Ә ошондай байрам өҫтәле әҙерләгән төрлө ойошмалар хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡсыл хужабикәләрҙәй, һәр кемде эҫе сәй һәм тәмлекәстәр менән һыйланы.
Ошонда уҡ район ҡул оҫталарының ҡул эштәре күргәҙмәһе, халыҡ уйындары, фотозона ойошторолдо. Балалар ғына түгел, өлкәндәр ҙә түңәрәктә ҡулға-ҡул тотоношоп, бейеүгә төштө. Хәйер, район мәҙәниәт йорто артистары, Маҡандан “Журавушки” һәм Татыр-Үҙәктән “Сударушки” ансамблдәре артистарының дәртле йырҙары, таҡмаҡтарына аяҡтар үҙенән-үҙе тыпырлай башлай, ә күңелдә көтөп алған яҙ кәйефе талпына.
Ҡышты оҙатыу, йәмле яҙҙы ҡаршылау байрамы менән Аҡъяр ауыл биләмәһе башлығы Эльдар Буранбаев һәм Башҡортостан рустар соборы советының Хәйбулла районы буйынса бүлеге рәйесе Ольга Шорохова тәбрикләне.
Читайте нас: