1 июлдән рәсәйҙәр, шул иҫәптән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар поликлиникаларҙа психологтарға мөрәжәғәт итергә мөмкин. Был турала ТАСС агентлығы илдең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашкоға һылтанып хәбәр итә.
«Бының өсөн тәртип ҡабул ителгән, һынау үткәрелә. Беҙҙә яңы тәртип буйынса һәр поликлиникала медицина психологтары булдырыла. 1 июлгә тәртип үҙ көсөнә инә. Әле төбәктәр менән эшләйбеҙ», — тине Мурашко, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға психологик ярҙам программаһын әҙерләү тураһында һорауға яуап биреп.
.