Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
24 Ғинуар 2023, 11:41

«Үҙ аллы дауаланмағыҙ»,– тип кәңәш итә Гөлназ Һағынбаева

Көндәрҙең ныҡ һалҡынайыуы сәбәпле, төрлө киҙеүҙәргә бәйле күптәр дауаханаға тамаҡтары ауыртыу, тымауға һәм танау тоноуға зарланып мөрәжәғәт итә. Шуға ла беҙ Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының табип-отоларингологы Гөлназ Һағынбаева менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Ул беҙгә районда йыш күҙәтелгән ауырыуҙар һәм заман модаһына эйәреп, йылы кейенеп йөрөмәүҙең сәләмәтлеккә кире йоғонтоһо һәм башҡалар тураһында һөйләне.

«Үҙ аллы дауаланмағыҙ»,– тип кәңәш итә Гөлназ Һағынбаева
«Үҙ аллы дауаланмағыҙ»,– тип кәңәш итә Гөлназ Һағынбаева

Гөлназ Һағынбаеваны пациенттар һәм коллегалары мөләйем, изге күңелле, һәр кем менән асыҡ кеше булараҡ белә. Әсәһенән күреп, Гөлназ бала саҡтан табип булырға хыяллана. Кешеләрҙең уңышлы һауығыуы уға мөғжизә кеүек күренә һәм ҡыҙҙа табип һөнәренә ҡыҙыҡһыныусанлыҡ уята. Әйткәндәй, Гөлназ Нарис ҡыҙының әсәһе бөгөнгө көнгә тиклем фельдшер булып уңышлы эшләй.
Гөлназ Нарис ҡыҙы Кушнаренко мәктәбен бөткәс, 2002 йылда Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға инә. Юғары белемле йәш белгес отоларингология йүнәлеше буйынса баш ҡалала интернатура үткәс, тыуған ауылында, Кушнаренкола хеҙмәт юлын башлай. 2010 йылда Аҡъяр үҙәк район үҙәк дауаханаһына эшкә килә.

Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 2-се һанында.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас: