Республикала аҙаҡҡы ете көндә коронавирус инфекцияһы менән сирләү кимәле 25 процентҡа артҡан. Был турала бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин белдерҙе.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, республикала үткән тәүлектә ковид 247 ауырыуҙа асыҡланған. Әлеге ваҡытта 192 сырхау дауаханала ята, 1 929-ы өйөндә дауалана.
Коронавирус инфекцияһын йоҡтороусыларҙы дауалау өсөн йоғошло сирҙәр госпиталдәрендә 390 урын булдырылған, шуларҙың 16 проценты буш. Башҡортостанда ковид таралыу коэффициенты – 1,2, ил буйынса – 1,1.
Уҙған аҙна менән сағыштырғанда, Башҡортостанда грипп менән сирләүселәр 28,8 процентҡа артҡан. 2 миллиондан ашыу кеше грипҡа ҡаршы прививка эшләткән, был – республика халҡының яртыһынан күберәге тигән һүҙ.
Ковидҡа ҡаршы вакцинаның ике компонентын да яһатыусылар – 3 305 884, ревакцинация үтеүселәр – 967 239.