Дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа ОМС буйынса грипҡа һәм башҡа респиратор инфекцияларға тест үткәреләсәк. Тейешле ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.
Был ҡарар грипп, шулай уҡ коронавирус менән сирләү осраҡтарының артыуына бәйле ҡабул ителгән. Экспресс-тест, инфекция төрөн асыҡлап, тейешле дауалау тәғәйенләргә мөмкинлек бирә. Бер үк ваҡытта коронавирусҡа ПЦР-тест үтергә мөмкин.
14 декабрҙә ил Президентының Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәһендә Роспотребнадзор етәксеһе Анна Попова киҫкен респиратор вирус инфекцияһы билдәләре булған кешеләргә грипҡа тест үтеү кәрәклеге хаҡында һөйләне. Был сирлеләр өсөн хәүефте кәметергә ярҙам итәсәк, тине ул.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, грипп йоҡтороу кимәле уҙған аҙна менән сағыштырғанда 22 процентҡа артҡан. 14 грипп осрағы лабораторияла раҫланған, шуның 8-е –балаларҙа.
Сығанаҡ: “Башинформ”.
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-12-15/grip-a-bushlay-test-terg-m-mkin-bulasa-3073915