ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
25 Октября 2022, 05:55

ҺАУЛЫҠ ӨСӨН ФАЙҘАЛЫ

Алма төнәтмәһе эшләгеҙ. Ул организмға бик яҡшы тәьҫир итә. Шешенеүҙе ала, ә имбирь өҫтәһәгеҙ аш эшкәртеү, ҡан әйләнеше эшмәкәрлеге яҡшырыр. 3 алма (тышын таҙартыу кәрәкмәй, йәшел булһа яҡшыраҡ). Ваҡлап турарға, 1 литр эҫе һыу ҡойорға ла талғын утта 5 минут ҡайнатырға. Ҡапҡас ябып, 30 минут тоторға. Унан тәменсә бал, ваҡланған имбирь өҫтәп, йылы килеш эсергә. Шунда уҡ йоҡо килеүен дә баҫыр, арығанлыҡты ла алыр, һаулыҡты ла нығытыр.

Добавить в предпочтительные источники Google
ҺАУЛЫҠ ӨСӨН ФАЙҘАЛЫҺАУЛЫҠ ӨСӨН ФАЙҘАЛЫ
ҺАУЛЫҠ ӨСӨН ФАЙҘАЛЫ

Һау-сәләмәт булығыҙ!

* Табип менән кәңәшләшегеҙ.

Автор:Резеда Валиева.
 
https://ataisal.com/articles/auly-a-lau/2022-10-21/auly-s-n-fay-aly-2997927
Автор: