Республикала “сысҡан биҙгәге” менән ауырыусылар үткән йыл менән сағыштырғанда биш тапҡырға күбәйгән. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак хәбәр итте.
Ул Башҡортостанда бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәктең тәбиғи сығанаҡтары илебеҙҙә иң ҙурҙан булыуы хаҡында әйтеп үтте.
Сир күрһәткестәре айырыуса Өфөлә һәм уның тирәһендәге райондарҙа юғары.
Ҡағиҙә булараҡ, был ауырыуҙы кешеләр урманда йөрөгәндә, бәшмәк, еләк, үлән, сәтләүек йыйғанда йоҡтора.
"Төп проблема – территорияларҙың сысҡандарға ҡаршы етерлек кимәлдә эшкәртелмәүе. Рәсәй чумаға ҡаршы “Микроб” институты билдәләүенсә, республикала кимереүселәргә ҡаршы 86 мең гектар ерҙе эшкәртергә кәрәк. Бөгөнгө көндә 49 мең гектар ғына эшкәртелә”, – тине Анна Казак.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был мәсьәләне 13 июлдәге айырым кәңәшмәлә ҡарарға ҡушты.
Фото “Башинформ”дан алынды.