Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
6 Июнь 2022, 16:09

"Кешеләрҙе йонсотмағыҙ! Күптәр арыны"

Радий Хәбиров Башҡортостанда битлек тәртибен ғәмәлдән сығарыу тураһындағы фекерен белдерҙе. 

"Кешеләрҙе йонсотмағыҙ! Күптәр арыны"
"Кешеләрҙе йонсотмағыҙ! Күптәр арыны"

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров битлек тәртибен ғәмәлдән сығарыу буйынса фекерен белдерҙе. Билдәле булыуынса, 1 июндән Башҡортостан Башлығының юғары әҙерлек тураһындағы указына ярашлы, битлек кейеү тәртибе ғәмәлдән сығарылды.

Шулай ҙа республика етәксеһе өлкән йәштәге кешеләргә, хроник сирҙәре булғандарға битлектәрен артабан да һалмаҫҡа тәҡдим итте.

– Беҙ Роспотребнадзор менән хәлде өйрәндек һәм республикала битлек тәртибен ғәмәлдән сығарып тороу тураһында ҡарар ҡабул иттек. Кешеләрҙе йонсотмайыҡ, битлектән күптәр арыны. Ни бары 65 йәштән өлкәндәр, хроник сирлеләр битлек кейергә тырышһын ине, – тине Радий Фәрит улы.

Фото: vishime.ru

Автор:Альфия Мингалиева.
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-06-06/keshel-r-e-yonsotma-y-k-pt-r-aryny-2832296
Автор:
Читайте нас: