Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
17 Май 2022, 11:30

"Атлауыңа ҡарап, сиреңде әйтәм"

Кешенең хәрәкәт итеү үҙенсәлектәре ниндәй ауырыуҙары тураһында һөйләй?

"Атлауыңа ҡарап, сиреңде әйтәм"
"Атлауыңа ҡарап, сиреңде әйтәм"

Табиптар менән ғалимдарҙың фекере бер: йәйәү йөрөү сәләмәтлек өсөн файҙалы. Ул кешенең тышҡы ҡиәфәтенә лә йоғонто яһай, ҡан әйләнешен яҡшырта, арҡа торошона, бит тиреһенә, тәндең бөтә мускулдарына тәьҫир итә.

Һәр кемдең атлап йөрөшө үҙенә генә хас, хатта алыҫтан да ҡарап, кешене танырға мөмкин. Уның нисек атлауына ҡарап, холоҡ-фиғеле, ғәҙәттәре, сәләмәтлеге тураһында фекер йөрөтөп була. Ә йөрөштөң формалашыуына йоғонто яһаған факторҙар байтаҡ. Мәҫәлән, генетика. Яҫы табанлылыҡ йыш ҡына балаға ата-әсәнән  күсә. Тубыҡ быуындарының формаһы үҙгәреүе йөрөштә сағыла. Хроник сирҙәр ҙә кешегә еңел атлап йөрөргә ирек бирмәй.

Кәүҙә ни тиклем ауырыраҡ, шунса яйыраҡ йөрөргә тура килә. Ныҡ һимеҙҙәр алпан-толпан атларға күнегә, аяҡтарын һөйрәп атлай. Йөрәккә көсөргәнеш төшкәнлектән, саҡ-саҡ тын ала.

Гел генә ултырыу, аҙ хәрәкәтләнеү көмөрәйеүгә килтерә. Был хәл йөрөгәндә лә һаҡлана. Генетиканан айырмалы, ғәҙәттәрҙе лә, йөрөштө лә үҙгәртеп була.

Балаларҙың организмы үҫешкәндә уларҙа кальций һәм D витамины кимәленең етерлек булыуы кәрәк. Кире осраҡта аяҡтар формаһын үҙгәртә, дөйөм ҡиәфәткә йоғонто яһай. В12 витамины етешмәгәнлектән нервы епсәләре зарарланыуы һөҙөмтәһендә тойоусанлыҡ юғала. Аяҡтарҙы юғары күтәреп һәм иҙәнгә ныҡ баҫып атлау тап шуның эҙемтәһе булыуы мөмкин. Табандарҙың сәнсеүе һәм хәрәкәтләнеүҙең боҙолоуы ла бар. Сколиоз, лордоз һәм башҡа ҡыйшайыу-тайпылыштар дөрөҫ атламауҙың сәбәбе лә, эҙемтәһе лә булыуы ихтимал. Кеше башын эйеп атлағанда арҡа түңәрәкләнә, ә кәүҙәһе ҙурыраҡ күренә.

Мускулдар  балансы боҙолғанда тәндә ауыртыныу, көсөргәнеш барлыҡҡа килә. Шуға күрә күнегеүҙәр эшләргә кәрәк. Кәүҙә ауырлығы артыҡ булғандарға күтәрмәле аяҡ кейемдәрендә йөрөү зыянлы, уның варикоз барлыҡҡа килеүенә этәргес булыуы мөмкин. Тар һәм ҡыҫынҡы аяҡ кейеме лә мускул-ҡан тамырҙары эшмәкәрлеген, аяҡ табандары формаһын боҙа.

Көмөрәйеү ҡан һәм лимфа әйләнешен үҙгәртә. Һөҙөмтәлә бит туҡымаһы туҡланыуы насарлана, тире төҫһөҙләнә, һыуһыҙлана, йыйырсыҡтар тиҙерәк барлыҡҡа килә. Умыртҡа бағанаһының муйын бүлеге торошона йөҙ һәм муйын тонусы бәйләнгән. Даими көсөргәнеш тойғанда улар ҡыҫыла, йөҙҙөң һыҙатланышы боҙола һәм йыйырсыҡтар барлыҡҡа килә. Кешенең йәшерәк йәки ҡартыраҡ күренеүе лә нисек атлауға бәйләнгән. Йөрөгәндә арҡағыҙҙы тура тотоғоҙ, яурынығыҙ, башығыҙ хәрәкәтләнмәһен, ҡулдарығыҙҙы аяҡтар атлауына ярашлы һелтәргә тырышығыҙ, тип кәңәш бирә табиптар. Психологик проблемалар шулай уҡ тышҡы ҡиәфәттә сағыла. Әгәр кеше нимәгәлер борсолһа, йәне көйһә, ҡағиҙә булараҡ, арҡаһы көмөрәйә, башы эйелә, атлауы ауырлаша. Оҙаҡ ултырып эшләү сәбәпле умыртҡа бағанаһы ҙур көсөргәнеш кисерә. Дөрөҫ атламау, йөрөштәге үҙгәрештәр күҙгә тиҙ салына. Сатанлау, тайышлыҡ, салыш аяҡлыҡ, аяҡтарҙы һөйрәп йә ваҡ аҙымдар менән атлау кешенең һын-килбәтен боҙа. Уларҙың сәбәптәрен асыҡларға теләһәгеҙ, травматолог-ортопедҡа кәңәшләшергә барығыҙ.

Фото: Style.rbc.ru

 

Автор:Дина Арсланова.
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-05-16/atlauy-a-arap-sire-de-yt-m-2806243
Автор:
Читайте нас: