Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
4 Март 2022, 14:02

Дарыуҙарың алыҫ торһон...

-

Дарыуҙарың алыҫ торһон...
Дарыуҙарың алыҫ торһон...

Организмды тәьҫирле  таҙартыу  ысулдары күп төрлө. Шуларҙың араһында тәбиғи аҙыҡтар ҙа етерлек. Мәҫәлән, ҡыҙыл сөгөлдөр сәләмәтлек өсөн бик файҙалы, составында тимер, кальций күп. Уға үҙенсәлекле төҫ биргән бетаин антиоксиданты  организмдың төп фильтры булған бауырҙы тергеҙеүҙә  ҙур ярҙамсы. Тап ошо ағза организмды токсиндар тәьҫиренән һаҡлай.

 Сөгөлдөрҙө  ҡабығы менән һыуҙа йәки быуҙа бешерергә кәрәк, шул саҡта ғына ул файҙалы үҙенсәлектәрен һаҡлаясаҡ. Аҙ ғына май һалынған табала ҡыҙҙырып алһағыҙ, ит янына  бына тигән гарнир буласаҡ.

Һуған менән һарымһаҡта бик ҡеүәтле антиоксидант булған флавоноидтар тупланған. Улар бауырға токсиндарҙы организмдан сығарырға ярҙам итә. Был йәшелсәләрҙең паразиттарға һәм бактерияларға ҡаршы тороусанлығы ла билдәле.

Йәшел тәмләткестәр ашҡаҙан-эсәк юлын бик яҡшы таҙарта, ти белгестәр. Сөнки унда зарарлы матдәләрҙе һәм ирекле радикалдарҙы нейтралләштереүсе, ауыр металдарҙан ҡотолдороусы хлорофилл бар.  Ҡыш көнө йәшел тәмләткестәр айырыуса файҙалы.

 Лимон һәм апельсин аҙыҡ эшкәртеү барышын яҡшыртырға ярҙам итә. Барыһы ла уларҙағы антиоксиданттар һәм аскорбин кислотаһының күп булыу иҫәбенә.  Бынан тыш, файҙалы матдәләр эсәклекте таҙартыусы һәм токсиндарҙы сығарыусы ферменттар етештереүҙә ҡатнаша.  Йоҡонан тороу менән иртәне лимон һәм бал һалынған йылы һыу эсеүҙән башлағыҙ. Ас ҡарынға  бындай эсемлекте эсеү менән эсәклек торошон яҡшыртасаҡһығыҙ.

 Йәшел сәй бауырға зарарлы матдәләрҙе сығарырға, ҡанды зарарһыҙландырырға булыша. Өҫтәүенә унда ирекле радикалдар менән көрәштә ярҙам итеүсе антиоксиданттар күп. Был йәһәттән йәғни антиоксиданттар һаны яғынан, йәшел сәй лидер булып тора. Эсәклек эшмәкәрлеген яйлаған, организмды токсиндарҙан таҙартҡан  һәм эс ташыуын бөтөргән тағы бер аҙыҡ– имбирҙе лә телгә алғы килә. Уны уҡшытҡанда, эстә газ йыйылғанда ҡулланалар. Имбирҙән тәмле блюдолар һәм эсемлектәр әҙерләргә мөмкин.

 “Ошондай кәңәшебеҙ менән дә уртаҡлашабыҙ: организмды таҙартыуҙың иң тәьҫирле ысулы – бер-ике көн эшкәртелмәгән аҙыҡ менән туҡланыу. Был осорҙа кишер, ҡыяр һәм башҡа файҙалы йәшелсәләр файҙаланырға, йәшелсә һуттары эсергә тәҡдим итәбеҙ,”– ти диетологтар.

 Фото:Doktorzabota. com

Автор:Дина Арсланова.
Автор:
Читайте нас: