Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
24 Февраль 2022, 13:45

Диспансеризация яңыртыла

Башҡортостанда ололарға һәм балаларға диспансеризация һәм профилактик тикшереүҙәр үткәреү яңыртыла.  

Диспансеризация яңыртыла
Диспансеризация яңыртыла

Башҡортостанда ололарға һәм балаларға диспансеризация һәм профилактик тикшереүҙәр үткәреү, шул иҫәптән айырым категория граждандарға тәрәнәйтелгән диспансеризация уҙғарыу, шулай уҡ көндөҙгө стационарҙа медицина ярҙамы күрһәтеү яңыртыла. Коронавирус инфекцияһы таралыуына юл ҡуймау буйынса төбәк оператив штаб ултырышында шундай ҡарар ҡабул иттеләр.

Диспансеризация 18 йәштән 39 йәшкә тиклемге кешеләргә өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән өлкәндәргә йыл һайын уҙғарыла.

2022 йылда уны 18, 21, 24, 27, 30, 33, 36 йәки 39 йәштәре тулғандар, шулай уҡ ковид кисергәндәр үтергә тейеш, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Диспансеризация йәки профилактик тикшереү уҙыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре аша, 122 телефоны буйынса йәки үҙегеҙҙең поликлиникағыҙға шылтыратып яҙылырға мөмкин. Шулай уҡ Доктор РБ Берҙәм медицина порталы аша ла яҙыла алаһығыҙ.

Хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: диспансеризация ковидҡа бәйле хәл тотороҡһоҙланыу арҡаһында ваҡытлыса туҡтатылып торғайны.

Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева.
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2022-02-22/dispanserizatsiya-ya-yrtyla-2702894
Автор:
Читайте нас: