Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
4 Февраль 2022, 09:47

“Спутник М” – сирҙән һаҡланыу сараһы

Районда үҫмерҙәргә вакцина эшләй башланылар

“Спутник М” – сирҙән һаҡланыу сараһы
“Спутник М” – сирҙән һаҡланыу сараһы

Башҡортостанға 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙе прививкалау өсөн көтөп алынған “Спутник М” вакцинаһы килтерелде.  Шул иҫәптән, Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы ла  60 доза вакцина алды.  Ошо көндәрҙә вакцина эшләтергә ризалыҡ биргән үҫмерҙәр вакцина һалдыра башланы. Үҫмерҙәрҙе вакцинациялау коллектив иммунитет булдырыу өсөн кәрәк. Был мөһим, сөнки улар ил халҡының ҙур өлөшөн тәшкил итә. Тикшереүҙәр шуны күрһәтте – “Спутник М” вакцинаһының кире эҙемтәләре бик аҙ.

- Вакцинаға килгәндә беҙ уны ата-әсәләрҙең ризалығы менән генә эшләйбеҙ. Хатта милли календарға ингән мотлаҡ эшләнә торған прививкаларҙы, шул иҫәптән грипполды ла. Шулай уҡ “Спутник М” вакцинаһы эшләү буйынса ла ата-әсәләр араһында һорау алыу үткәрҙек. 17 үҫмергә вакцина яһатырға ризалыҡ алдыҡ һәм поликлиникаға барып һалдырҙыҡ.  Сығарылыш класс уҡыусыларына вакцина эшләтеү кәрәктер тип уйлайым. Сөнки улар ситкә уҡырға китә, ә ҡалала инфекция йоҡтороу мөмкинлеге юғарыраҡ. Хәҙерге ваҡытта балаларҙың иммунитеты ныҡ түгел. Әле беҙ көн һайын ОРЗ, ОРВИ менән ауырыу сәбәпле уҡыуға килмәгән уҡыусылар буйынса мониторинг алып барабыҙ. Ауырыған уҡыусылар һаны артыу сәбәпле, беҙҙең  мәктәп дистанциялы уҡытыуға күсерелде,- ти 2-се Аҡъяр мәктәбенең шәфҡәт туташы Лилиә Ситчанова.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: