Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
21 Ғинуар 2022, 16:24

Медицинаны һанлаштырыу - заман талабы

-

Медицинаны һанлаштырыу - заман талабы
Медицинаны һанлаштырыу - заман талабы

Районда һаулыҡ һаҡлауҙың бөгөнгө һулышы, йәшәйеше, уҙған йылда башҡарылған эштәр,  ағымдағыһына бурыстар һәм пландар тураһында Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

- Илшат Тимерйән улы, ике йыл ярым элек Аҡъяр үҙәк район дауаханаһына баш табип вазифаһына тәғәйенләнгәс, эште башлап ебәреүе ауыр булдымы?

-Әле лә еңел түгел. Иҫкергән ҡорамалдар, эшлектән сыҡҡан коммуникациялар, ремонтҡа мохтаж поликлиника һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары, ҡыҫҡаһы, матди-техник планда хәлдәр ҡатмарлы булды. Әммә Аҡъяр дауаханаһында изге күңелле, берҙәм коллектив тупланған, һәр яҡлап ярҙам итәләр. Ошо ике йыл ярым эсендә беҙ яңы рентген, флюорограф, УЗИ һәм үпкәне яһалма елләтеү аппараттары алдыҡ, поликлиниканы ремонтланыҡ, уны 2019 йылда эске биҙәү эштәренән, коммуникацияларҙан башланыҡ.

- Бала табыу бүлеге ябылыу тураһында күп һөйләнеләр. Был мәсьәлә нисек ыңғай хәл ителде?

-Дауахана бала табыу бүлеген һаҡлап алып ҡалды. Сибайға тиклем 100 саҡрым, ҡыш көнө юл 1,5 -2 сәғәт ваҡытты ала һәм был пациенттарға өҫтәмә хәүеф тыуҙыра. Әгәр ҡатын-ҡыҙ һау булһа, өҙлөгөүҙәре булмаһа, ул Аҡъярҙа бала тыуҙырыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Был мәсьәләлә район хакимиәте мине хупланы һәм бөгөн беҙҙә бала табыу бүлегендә лә, шулай уҡ дөйөм дауахана буйынса ла оптималь койка фонды бар.

 

Әңгәмәне тулыраҡ гәзитебеҙҙе 3-сө һанында уҡығыҙ.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: