Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
21 Ғинуар 2022, 15:32

Һаҡланыу сараларын күрәйек

-

Һаҡланыу сараларын күрәйек
Һаҡланыу сараларын күрәйек

Бөгөн санитар- эпидемиологик хәл бер ни тиклем тотороҡланғандай тойолһа ла, хәүеф кәмемәгән әле. Илдә вакцина яһау кампанияһы дауам итә. Әле килеп республикала коронавирустың яңы штаммы – омикрон менән сирләүселәр осраҡтары асыҡланды. Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илшат Рыҫҡужин белдереүенсә, февраль айында уҡ ауырыуҙың көсәйеүе көтөлә.

-Яңы йыл байрамдарында вакцинациялау темпы кәмер һәм сирләүселәр һаны артыр тип хәүефләнгәйнек. Әлеге мәлдә вакцина яһауҙы әүҙемләштерҙек. Республика Башлығы указына ярашлы, 15 февралгә тиклем вакцинациялауҙы 80 процентҡа еткереү буйынса саралар планы эшләнде. Был бик мөһим, сөнки яңы штамм -омикрондың йоғошлолоғо юғары. Шул иҫәптән,  ул балаларға ла хәүеф тыуҙыра. Шуға күрә, уның менән сирләүселәр һаны күп булыуы мөмкин. Сирҙе ауыр кисереүселәр һәм үлем осраҡтары әҙерәк булыр тигән ышаныстабыҙ.

Ревакцинация буйынса ла беҙҙә темп яҡшы. Теркәлгән вакциналарҙың һәммәһе менән дә ревакцинация яһатырға була. Вакциналарҙың бөтә төрҙәре лә, йәғни 6 меңдән ашыу  доза бар. Иммунитет тотороҡло кимәлдә булһын өсөн ревакцинация эшләтеү мөһим.  60 йәште үткән өлкәндәр, хроник сирлеләр өсөн был айырыуса кәрәк. Шулай уҡ яҡын арала балалар өсөн тәғәйенләнгән “Спутник М” вакцинаһын көтәбеҙ. Әле йөклө ҡатындарҙы вакцинациялау бара. Уларға айырыуса вакцина яһатырға тәҡдим итәбеҙ. Сөнки йөклө ҡатын ковид йоҡторған осраҡта яралғы ныҡ  зыян күрә. Бындай сабыйҙарҙы тыуғандың икенсе-өсөнсө сәғәтенә үпкәне яһалма елләтеү аппаратына күсерәләр һәм ул бик оҙаҡ, ауыр дауалана. Йөклөлөктө планлаштырғанға тиклем 2-3 аҙна элек йәки ауырға ҡалғас, 22 аҙнаға тиклем вакцина эшләтергә мөмкин. Әлеге мәлдә район буйынса беренсе компонент менән 81,7 процент, тулыһынса 70 проценттан ашыу кеше вакцина эшләткән.  Февралдә  ауырыуҙың көсәйеүе көтөлә. Әле шуға әҙерләнәбеҙ, өҫтәмә койкалар булдырырға кәрәк буласаҡ,  - тине Илшат Тимерйән улы.

 

Фото: Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы төркөмөнән.

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас: