Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
13 Ғинуар 2022, 13:05

20 йыл буйы табипҡа күренмәгән...

Биш килограмға тиклем үҫкән бик ҙур шеште операция ярҙамында алғандар.

20 йыл буйы табипҡа күренмәгән...
20 йыл буйы табипҡа күренмәгән...

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы хирургтары был көндө оҙаҡ хәтерендә ҡалдырыр. Бындай хәл күпте күргән табиптар эшмәкәрлегендә лә йыш осрамай. Табиптар 49 йәшлек пациенттың балаятҡыһында биш килограмға тиклем үҫкән бик ҙур шеште операция ярҙамында алған.

Акушерлыҡ һәм гинекология кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Әлфиә Ғәлим ҡыҙы Ящук әйтеүенсә, ҡатын 20 йыл эсендә бер тапҡыр ҙа белгескә мөрәжәғәт итмәгән. ”Был атипик миома ифрат ҙур дәүмәлгә еткәнсе үҫкән. Пациент, шеш янбаштағы ағзаларҙы ҡыҫа башлағас ҡына беҙгә мөрәжәғәт иткән”, – ти табип.

Ике сәғәт дауам иткән операция уңышлы үткән. Хәҙер барыһы ла яҡшы, оҙаҡламай пациент һауығып дауахананан сығасаҡ. Талантлы белгестәргә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ!

Фото: Башҡорт дәүләт медицина университеты.

Автор:Дина Арсланова.
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-01-13/20-yyl-buyy-tabip-a-k-renm-g-n-2652074
Автор:
Читайте нас: