Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
28 Декабрь 2021, 16:29

"Ҡәҙерле кешемде үлем тырнағынан ҡотҡарҙылар..."

-

"Ҡәҙерле кешемде үлем тырнағынан ҡотҡарҙылар..."
"Ҡәҙерле кешемде үлем тырнағынан ҡотҡарҙылар..."

“Яңы коронавирус инфекцияһы төрлө йәштәге, төрлө милләттәге кешеләрҙе, республиканың ҡайһы мөйөшөндә йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, бер урынға, Зубов ҡасабаһында яңы төҙөлгән ковид госпиталенә   йыйҙы.  Минең ирем дә коронавирус инфекцияһын эләктергәндән һуң ошонда дауаланды.

Тап табиптар тырышлығы, белеме, эскерһеҙ ярҙамы менән бик ҡаты сирләгән яҡын кешебеҙҙе аяҡҡа баҫтырҙы. Госпиталь бөтә медицина стандарттарына яуап бирә, санитария-гигиена талаптары ҡәтғи үтәлә, тәүге көндән үк тәртип, дисциплина мәсьәләләре юғары кимәлгә ҡуйылған.

Ауырыу өсөн иң мөһиме, әлбиттә, яҡшы мөнәсәбәт, сифатлы дауа. Бында эшләгән табиптар, шәфҡәт туташтары, санитарҙар һәм башҡа һөнәр кешеләренә рәхмәтебеҙ ифрат ҙур, һәр береһе күңелебеҙгә яҡын.

Ҡәҙерле кешеңде үлем тырнағынан ҡотҡарған кешеләргә ниндәй генә рәхмәт һүҙҙәрен әйтһәң дә әҙ. Уларҙы беҙ ғүмеребеҙ буйына хәтерҙә тотасаҡбыҙ. Бүлексә мөдире Зәлифә Мөхәммәт ҡыҙы Йосопова, табиптар Айгөл Таһир ҡыҙы Ғәлиева һәм Р.З. Ғәлиев аҡ халатлы фәрештәләребеҙ булды. Уларға Яңы йылда уңыштар насип итеүен, көтөлмәгән шатлыҡтар яуыуын, сәләмәт булыуҙарын теләйбеҙ.

Табиптарҙың Яңы йыл байрамында эш урынында булыуын, ауырыуҙарҙың хәлен яҡшыртыу өсөн ҡулдарынан килгән бөтә нимәне лә эшләйәсәген яҡшы беләбеҙ. Зубов госпиталендә эшләгән һәр кемде Яңы йыл байрамы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!” – тип яҙа беҙгә Гөлнара Шаһапова.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Дина Арсланова.
Автор:
Читайте нас: