Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
9 Декабрь 2021, 11:41

ТАЖЗӘХМӘТ ҒӘЛӘМӘТТӘРЕ

-

ТАЖЗӘХМӘТ ҒӘЛӘМӘТТӘРЕ
ТАЖЗӘХМӘТ ҒӘЛӘМӘТТӘРЕ

Тажзәхмәт исеме алған был ауырыу тамам йонсотто, буғай. Ә шулай ҙа ошо ауыр хәлдә лә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгән кешеләр бар арабыҙҙа. Хатта ошо сетерекле хәлдән ниндәйҙер күңелле юмор килтереп сығарыусылар бар. Һүҙ - уларға.

Тик торғанда бурыслы булдым

Бер көн шулай урамға сығып бара инем, ҡапылдан ғына ҡәйнеш осраны. Һаулыҡты эйәк ҡағып ҡына һорашырға ла тиҙерәк тайырға ине иҫәп. Әммә ҡәйнеш етди аҙымдар менән миңә табан йүнәлде. Хәл юҡ, туҡтарға тура килде. Һаулыҡ алған арала, хәҙер был берәй нәмә һорай инде, тигән насар уй баштан үтеп китте. Ҡуй инде, белгән юҡ, һорашҡан юҡ, тигәндәй. Тик торғанда гонаһлы булып торола инде. Баҡтиһәң, ҡәйнеш минең янға бөтөнләй башҡа йомош менән килгән икән.
- Еҙнәй, ауыр һәм ҡатмарлы осорҙа йәшәйбеҙ. Бөгөн барһың, иртәгә юҡһың, тигәндәй. Етмәһә, бынау ковид тигән ауырыуы әллә ҡайҙан килеп сыҡты. Аллам һаҡлаһын инде, ниндәй затлы кешеләрҙе алып китте (ауыр көрһөнөп ҡуя). Һиңә әйтәм, еҙнәй, һаҡланып ҡына йөрө инде. Хәҙер бар өмөт һиндә генә (ҡәйнеште әйтәм, ҡалай матур һөйләй, ә бына ҡайһы яҡтан һәм нимәгә һуҡтыра, шуны аңлап булмай). Теге прививка тигән нәмәкәйен эшләткәнһеңдер ул? Кеше һүҙенә ҡарама. Бер нәмәгә ҡарамай, эшләтеп ҡуй. Кеше әллә нимә һөйләр ул. Һаҡланғанды һаҡлармын тигән әйтемде беләһең бит (бер аҙға тынып ҡала, шунан тамағын ҡырып ҡуя, тимәк, әйтер һүҙен хәҙер әйтәсәк). Ҡыҫҡаһы, еҙнәй, беләһең, миңә кеше араһында күп йөрөргә тура килә. Ә донъя хәлен белеп булмай. Минең менән дә төрлө хәлдәр булыуы бик мөмкин. Ә минең апайға бурысым бар. Шул күңелде өйкәп тик йөрөй. Еҙнәй, бына шул бурысты түләүҙе һиңә ауҙарырға тип уйлап торам әле. Оҙаҡҡа һуҙмай, ошо арала ғына түләп ҡуй. Һиңә сауап булыр, ә миңә күңел тыныслығы килер.
Ҡәйнеш шәп-шәп атлап китеп барҙы. Тормош барыбер ҡыҙыҡ шул, тик торғанда ла ошолай бурыслы булып була икән, тип уйлап ҡалдым уның артынан.

Ҡул биреп күрешә алмайым

Ковид беҙгә бар яҡтан яңылыҡ индерҙе. Шуларҙың береһе бигерәк тә ҡыҙыҡ: хәҙер беҙ ҡул биреп түгел, ә йоҙроҡтар менән һаулыҡ һорашабыҙ. Сәләм, тип әйтәбеҙ ҙә уларҙы төкөштөрәбеҙ. Элек булһа, көлөп бер булыр инек. Ә хәҙер бер ҙә көлгө килмәй. Заманаһы шулай, ауырыуҙан шулай һаҡланабыҙ. Ә шулай ҙа ҡайһы берәүҙәр йоҙроҡ төкөштөрөүҙе үҙһенмәй. Нишләптер ҡабул итмәй улар. Бына ошондай "аңһыҙ" кешеләр әллә ҡайҙан йылмайып, әллә ҡайҙан ҡулдарын һуҙып киләләр инде. Сәләмен алмаһаң, уңайһыҙ. Ҡулын ҡыҫһаң, әлеге лә баяғы ковид шикләндерә. Ә шулай ҙа бындай сетерекле хәлдән бик оҫта сығыусылар бар. Шундайҙарҙың береһен тыңлайыҡ әле.
- Ой-ой-ой, ҡулыңды ғына бирә күрмә инде!
- Нишләп?
- Ауырып киттем бит мин (һуҙылған ҡул йәшен тиҙлегендәй кире тартып алына, баҡтиһәң, тегенеһе лә ковидтан уттан ҡурҡҡан һымаҡ ҡурҡа икән).
Һәм, әлбиттә, киләһе һорау ошолай яңғырай.
- Корона менәнме?
- Аллам һаҡлаһын, ю-ю-юҡ!
- Ә нимә менән? (Ул аптырауға төшә, сөнки беҙ хәҙер йә ковид менән ауырыйбыҙ, йә бөтөнләй ауырымайбыҙ).
- Үҙем дә белмәйем, әллә нимә булды. Бына хәҙер кеше ҡулы түгел, ҡатындың ҡулы тейһә лә көлгө килә лә китә. Шуныһы ҡыйын, тыйылып булмай. Кәмендә ярты сәғәт самаһы туҡтауһыҙ көләм. Шуға хәҙер һаҡланып ҡына йөрөйөм (ул бер аҙға тынып ҡала, сөнки әйтелгән һүҙҙәрҙе эшкәртер өсөн бер аҙ ваҡыт кәрәк, ә киләһе дәлил бигерәк көслө). Әйткәндәй, теге юлы ошо хәлде белә тороп, ҡатын мине саҡ үлтермәне бит.
- Нисек?
- Эштән ҡайтып ингәйнем, әллә яңылыш, әллә юрамал, ҡапыл ғына мине ҡосаҡлап алды. Ундағы минең көлөүҙе күрһәң... Хатта ауыҙ тирәләре ап-аҡ булып күбекләнеп-күпереп китте. Саҡ ҡотҡарып алып ҡалдылар... Кемдәр булһын, шул врачтар инде… Береһе сикәгә һуғып ҡараған була. Ул һуҡҡан һайын мин оторо шашып көләм. Бәйләп алып киттеләр… Саҡ шәбәйеп ҡайтылды...
Сетерекле хәлдән ҡалай оҫта ҡотолдо, тип уйлап ҡуйҙым мин шул саҡ.

Беҙ өйгә тура ҡайта алмайбыҙ!

Бер бүлмәлә йәшәгән иптәш йома көнө әйтә ҡуйҙы: "Әйҙә, ошо ялда беҙгә барайыҡ". Эстән генә шатланып ҡуйҙым. Бик һәйбәт булды әле. Тыуған яҡҡа ҡайтайым тиһәң, алыҫ, бүлмәлә ҡалайым тиһәң, күңелһеҙ. Ярай, мәйтәм, барайым, күрәйем, башҡаларҙың нисек йәшәгәненә күҙ һалайым. Шуныһы һәйбәт, автобус иптәштең ауылына хәтлем бара икән. Бына әле беҙ унан төшөп ҡалдыҡ. Ауылға күҙ һалам. Апаруҡ ҙур ғына. Боронғоса шифер менән ябылған өйҙәр ҙә бар. Заманса профнастил менән ябылғандары ла осрай. Мин алан-йолан ҡаранып барған арала иптәшем һүҙ башлай.
- Әйтергә онотоп барам, беҙ өйгә тура ҡайта алмайбыҙ.
Ҡапылда ғына албырғап ҡалынды. Нисек инде, ҡайта алмайбыҙ? Ә нишләп ҡайта алмайбыҙ? Ә хәҙер ҡайҙа барабыҙ? Шул арала курсташым (иптәш тип әйтергә хатта тел әйләнмәй) бер ни булмағандай һүҙен дауам итә. - Ауылда ковид бигерәк көслө. Беҙҙең урамда ауырымаған кеше ҡалмағандыр. Ысын булһа, хатта ауыл малы ауырый башлаған тей. Теге юлы атайым бер кәзәнең йүткереп торғанын күргән. Аҙаҡ шул кәзә үлгән. Кеше, бүре талаған, тей. Юҡ, ковидтан үлгән. Атайым бит йүткереп торғанын үҙ күҙҙәре менән күргән.
Бына эш нимәлә икән! Ҡыҫҡаһы, кәйеф төштө, аҙымдар һүлпәнәйҙе. Ә курсташ (хәҙер уны курсташым тип әйтке лә килмәй) һаман һүҙен дауам итә.
- Хәҙер беҙ бер инәйгә барабыҙ. Кискә хәтлем шунда булабыҙ. Үҙенә күрә бер карантин була инде
Ниндәй инәй, ниндәй карантин… Тиҙерәк тайыр кәрәк был ауылдан.
- Карантин тигәнгә аптырама. Эш шунда, бына ошо инәй ауырымай. Ковид миңә нипачум, тип әйтә тей үҙе. Ысынмылыр-бушмылыр, уныһын белмәйем. Ә шулай ҙа уның ауырығанын минең берҙе лә күргәнем юҡ. Бөгөн ауылға килгән һәр кеше иң тәүҙә ошо өйгә юл тота. Бына хәҙер беҙ ҙә шул инәйгә барабыҙ. Кискә хәтлем шунда булырбыҙ. Ә кискеһен беҙгә барырбыҙ, дөрөҫөрәге, ҡайтырбыҙ.
Шул арала теге "нипачум" инәйҙең өйөнә килеп еттек. Ҡурҡыңҡырап инелгәйне, әйҙүк, балалар, әйҙүк, тип бик ихлас ҡаршы алды хужабикә. Ысынлап та оло ғына инәй икән. Беҙҙең өсөн өлтөрәп тора. Сәй эсерҙе, ашатты, хатта ял итергә айырым бүлмә бирҙе. Уҡый-уҡый күҙ нурығыҙ бөтөп киткәндер инде, балаҡайҙар, тип беҙҙе бер килке йәлләп ултырҙы. Баяғы гонаһлы уйҙар өсөн миңә хатта оят булып китте. Иптәшем әйтә, беҙҙең ауылда бөтә кеше шулай бер-береһенә ярҙамсыл, тей. Шул арала кис булды. Мәйтәм, ҡасан һеҙгә барабыҙ. Ә иптәшемдең үҙ өйөнә ҡайтҡыһы килмәй. Инәй ҡыуғансы йөрөйөк әле, тей. Үәт әй, үҙ өйөнә ҡайтҡыһы килмәгән кешене һеҙҙең күргәнегеҙ бармы?
Шул арала иптәшем әйтә. Бөгөн тағы юлаусылар бар икән, хәҙер улар ҙа ошо инәйгә килә инде, тей. Аптырамалы, быларын да инәй бик ипле ҡаршы алды. Былары дүртәү бит әле. Әммә инәй былар өсөн дә өтәләнеп тора инде. Теге юлаусыларҙы әйтәм, бик итәғәтле кешеләр икән. Бик матур һөйләшәләр, яңылыҡтары менән бүлешәләр. Әйтерһең дә, бер туғандар… Ошо мәлдә минең зиһен эшләп китә - иптәшем мине үҙ өйҙәренә алып ҡайтҡан да инде! Оло инәй тигәне өләсәһе, ә әле ҡайтҡандары атаһы-әсәһе, ҡустыһы һәм һеңлеһе лә инде!
Кешене аптыратыр өсөн дә баш кәрәктер ул, тип уйлап ҡуйҙым шул саҡ.

Әғләм ШӘРИПОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №49, 2021 йыл.

Автор:
Читайте нас: