Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
1 Декабрь 2021, 09:14

Илле бала ковид-госпиталдә

-

Илле бала ковид-госпиталдә
Илле бала ковид-госпиталдә

Бөгөн республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү буйынса сираттағы брифинг үтте. Уны ведомство етәксеһе урынбаҫары Ирина Кононова алып барҙы һәм көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе.

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, бер тәүлектә ковид менән сирләүҙең 667 осрағы теркәлгән, шуның менән ауырығандарҙың дөйөм һаны 106 370-кә етте. Һуңғы тәүлектә коронавирустан 34 кеше вафат булған.

Әлеге ваҡытта республикала коронавирустан ғына түгел, киҙеүгә ҡаршы вакцинациялау ҙа әүҙем бара. Бөгөнгә ҡарата Башҡортостанға гриптан иҫкәртеү өсөн 2 074 840 доза вакцина килтерелгән, 1 958 028 кешегә прививка яһалған.

Ирина Кононова көнүҙәк һорауҙарға ла яуап бирҙе.

- Донъя ғалимдары һәм табиптар саң ҡаға: Көньяҡ Африканан “омикрон” тигән яңы штамм килә. Беҙгә ул ҡурҡыныс менән янаймы?

- Эйе, күптән түгел ҡайһы бер Африка илдәрендә коронавирустың мутациялаған B.1.1.529 штаммы асыҡланды һәм Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы, был хәл борсолоу тыуҙыра, тип билдәләне. Уны "омикрон" тип атанылар. Белгестәр әйтеүенсә, исем борсолоу тыуҙырған штамдарға ғына бирелә. “Омирикон”дың донъя буйлап таралыу ихтималлығы бик юғары. Тимәк, етди сирләүселәр буласаҡ.

Яңы штамды йоҡторғандар ҡайһы бер Европа илдәрендә теркәлгән дә инде. Улар сиктәрен ябырға мәжбүр. Был штамм үтә тиҙ йоға икәнлеге билдәле.

Сирҙең Рәсәйгә килеүе лә ихтимал. Шуға барлыҡ санитар-эпидемиологик талаптарҙы теүәл үтәү, прививка яһатыу мотлаҡ.

– Вакцина запасы етерлекме?

- Эйе, етә. Рәсәй Хөкүмәте вакцина етештереү күләмен тотороҡло һаҡлай. Дефицит юҡ.

- Ревакцинацияны ярты йыл үткәс түгел, ә иртәрәк эшләтергә буламы?

- Быны өс осраҡта эшләргә мөмкин: эпидемиологик яҡтан хәүефле илгә йыйынғанда, өлкән йәштәгеләргә, ҡайһы бер ауыр сирҙәр менән яфаланғандарға.

- Хәҙер бәләкәй балалар ҙа коронавирус менән ауыр сирләй һәм дауаханаға эләгәме?

- Балаларҙың иммунитеты яҡшы, улар тиҙ йүнәлә. Был – беренсенән. Икенсенән, өйҙә иҫкәртеү сараларын мотлаҡ үтәргә кәрәк.  Әлеге ваҡытта республикала 1 564 бала амбулатор шарттарҙа дауалана. Бер тәүлектә 84 яңы сирләү осрағы асыҡланған. Ковид-госпиталдә 50 бала ята.

- Сир ныҡ көсәйгән саҡта дауаханаларҙа пландағы госпиталләштереүҙе сикләп торҙолар. Әле хәлдәр нисек?

-  Был эш бер ваҡытта ла туҡтаманы, ковид-госпиталгә әйләндерелгән учреждениеларҙа ғына ваҡытлыса сикләүҙәр булды.

Госпиталләштереү алдынан вакцина яһатыу мотлаҡмы?

- Кәңәш ителә. ПЦР-тестты дауаханала аласаҡтар, алдан тапшырырға кәрәк түгел.

Фото: ria.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева.
Автор:
Читайте нас: