Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
15 Ноябрь 2021, 21:16

QR-кодтар файҙаланыу хаҡында закон проекты Дәүләт Думаһына индерелде

Рәсәй Хөкүмәте QR-кодтар файҙаланыу хаҡында закон проектын эшләп, Дәүләт Думаһына индерҙе. Вице-премьер Татьяна Голикова билдәләүенсә, “Халыҡтың санитар-эпидемиологик именлеге хаҡында”ғы законға, Һауа кодексына һәм Тимер юл транспорты уставына төҙәтмәләр индереү күҙҙә тотола.

Әгәр депутаттар закон проектын ҡабул итһә, күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы сараларға, мәҙәниәт учреждениеларына, дөйөм туҡланыу һәм ваҡлап һатыу ойошмаларына прививка хаҡында QR-код йәки ковид үткәреү тураһында белешмә, йәиһә вакцина яһатырға ярамау тураһында документ булғанда ғына инергә мөмкин буласаҡ. 1 февралгә тиклем шулай уҡ ПЦР-тестың кире һөҙөмтәһен күрһәтергә ярай.

Самолетҡа йәки поезға билет алғанда ла вакцинация тураһында сертификат кәрәк буласаҡ. Дауаханаларға һәм аҙыҡ-түлек магазиндарына ингәндә иһә был талап ҡуйылмаясаҡ.

Закон 2022 йылдың 1 июненә тиклем ғәмәлдә булыр, тип күҙ уңында тотола.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева.
https://bashkizi.ru/news/-u--iy-ili-tar/2021-11-15/qr-kodtar-fay-alanyu-ha-ynda-zakon-proekty-d-l-t-duma-yna-inderelde-2583424
Автор:
Читайте нас: