

2009 йылда ЮНИСЕФ менән Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы булдырған был көндө.
Статистикаға ярашлы, үпкә шешеүенән донъяла йыл һайын ике миллиондан ашыу кеше үлә, шуларҙың бер миллиондан ашыуы – балалар.
Пневмония билдәләре: температура күтәрелә, йүткерәһең, быуылаһың, күкрәк тәңгәле ауырта, хәлһеҙлек күҙәтелә, тиҙ арыйһың, тирләйһең, йоҡоһоҙлоҡ йонсота һәм аппетитың юғала.
Ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда, булдырмау яҡшы, тиҙәр.
Сынығыу, тын алыу гимнастикаһы яһау, иммунитетты нығытыу, инфекцияны ваҡытында дауалау, массаж, вакцина – пневмонияға ҡаршы ошолар ярҙам итә. Тәмәке тартмағыҙ.