ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
10 Апреля 2021, 19:29

Йәш белгестәрҙе районда көтәләр

Сибай медицина колледжында Хәйбулла районынан 27 студент белем ала //

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Бәйләнештә төркөмөндәге үҙ сәхифәһендә студенттар менән осрашыу тураһында яҙа.
“Сибай медицина колледжында Хәйбулланан 27 студент уҡый. Улар менән осрашыуҙа һөнәри эшмәкәрлек юлы, йәш белгестәргә ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт бирҙек. Буласаҡ медиктарҙың һорауҙарына яуап бирҙек.
Бындай осрашыуҙар студенттар колледжды тамамлағас, тыуған райондарына эшкә ҡайтһын, уның үҫешенә үҙ өлөштәрен индереүҙәре өсөн ойошторола.
Буласаҡ аҡ халатлылар Хәйбулла районы медиктарының берҙәм командаһын тулыландырып, халыҡ һаулығын нығытыуға булышлыҡ итерҙәр, тип ышанабыҙ”,--тип яҙа Рөстәм Динислам улы.
Читайте нас