Һәр кеше менән булыуы мөмкин булған шундай хәлде күҙ алдына килтерәйек:
--ҡапыл ғына ҡулығыҙ ҡыҫҡараҡ кеүек тойолдомо (эйе, улай ҙа булырға мөмкин)—гәзит уҡыу йәки телефонға килгән хәбәрҙе уҡыу өсөн уларҙы алыҫҡараҡ ҡуйып ҡарарға кәрәк, ә хәрефтәр шундай бәләкәй, тоноҡ күренә;
--магазинда хаҡтарҙы күрмәйһегеҙ. Юҡ, күрәһегеҙ, тик уны күҙгә яҡын килтереп ҡарарға кәрәк. Тағы ла таныштарығыҙ урамда осрағанда һаулыҡ һорашмайһың тип үпкәләй, ә нисек һорашаһың, кеше силуэты урынына тоноҡ шәүләләр уратып алған;
-- көн буйына компьютер артында эшләйһегеҙ, ватсап аша дуҫтар-туғандар менән аралашаһығыҙ, ә кисен телевизор ҡарайбыҙ. Һөҙөмтәлә, күҙгә ҡом һипкән кеүек, нимәлер ҡыра, ҡыҙара, ялҡынһый.
Нимә эшләргә? Күҙлек кәрәк! Күреү һәләтен юғалтмаҫ өсөн уның сифатлы һәм дөрөҫ булыуы ла мөһим.
Баҙарҙа, ниндәйҙер ларекта әҙер күҙлекте һатып алыуҙың нимәһе хәүефле:
линза материалы сифатһыҙ (махсус ҡапламаһы булмауы, линзаның етерлек кимәлдә үтә күренмәле булмауы) –былар күҙгә зыян ғына килтерә. Күҙлек тирәсенең сифаты түбән (тиҙ һына, аллергия тыуҙыра, тиҙ окисләнә)—тәндә аллергия сабыртмаһы сыға, күҙ йәшләнә. Һайланған күҙлектең клиенттың ихтияжына тап килмәүе –күҙҙәргә өҫтәмә көсөргәнеш төшә, ҡыҙара, ҡом һибелгән кеүек тойғо барлыҡҡа килә, күреү һәләте тиҙ юғала. Дөрөҫ һайланмаған күҙлек кейгәндә күҙ көсөргәнешле эшләй, баш ауырта, күҙ эсендәге ҡан баҫымы күтәрелә, глаукома кеүек ҡурҡыныс сиргә килтерә. Хатта тулы һуҡырайыуға килтереүе ихтимал.
Аҡъяр ауылының Батанов урамы, 6 адресы буйынса урынлашҡан Оптика салонында (“Бикбау” сауҙа йорто, 2-се ҡат):
--заманса компьютерлаштырылған ҡоролма;
--күреү һәләтен грамоталы тикшереү, күҙлек һайлау;
-- белемен даими камиллаштырғапн хеҙмәткәрҙәр эшләй;
--клиенттың күҙгә бәйле проблемаларын иҫәпкә алып, дөрөҫ күҙлек һайлау;
--һәр төрлө ҡатмарлыҡтағы күҙлектәр әҙерләү;
--бик ҡиммәт булмаған хаҡтарға күҙлек тирәсен һайлап алырға була (500-ҙән ашыу)—улар ышаныслы етештереүселәрҙән һатып алына, Рәсәй территорияһында һатыу өсөн рөхсәт документтары һәм сертификаттар бар).
--клиенттың һорауы буйынса һәр төрлө күҙлек линзалары килтерелә ( асыҡ төҫтә, ҡарайтылған-буялған, фотохромлы-“хамелеон”, ҡояшта ҡарайыусы, ә бина эсендә ағарыусы линзалар, компьютерҙа эшләү, машина йөрөтөү өсөн махсус ҡапланмалы һәм башҡалар).
--шулай уҡ ҡояштан һаҡлағыс күҙлектәр. Бынан тыш, улар оҙаҡ хеҙмәт итһен өсөн футляр, микрофибрлы салфеткалар, күҙлекте таҙартыу өсөн спрей һәм башҡалар.
Һеҙҙе клиенттар өсөн уңайлы һәм стилле салонда көтәбеҙ:
ОПТИКА, Аҡъяр, Батанов урамы, 6 (“Бикбау” сауҙа йорто, 2-се ҡат).
Эш режимы: 09-00-дән 18.00 сәғәткә тиклем, шәмбе: 09.00-дән 16.00 сәғәткә тиклем.