Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
31 Март 2021, 10:32
Табипҡа яҙылыу телефоны үҙгәрә
Мәғлүм булыуынса, үҙгәреш иртәгәгән, 1 апрелдән көтөлә.
Мәғлүм булыуынса, 1 апрелдән табипҡа яҙылыуҙың берҙәм номеры үҙгәрә. Был хаҡта республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итә.
Шулай итеп, хәҙер
13 01
телефон номерын хәтерләүгә еңелерәк булған берҙәм түләүһеҙ
122
номерына үҙгәртәсәктәр.
Ведомство вәкилдәре вәғәҙә итеүенсә, көтөү ваҡыты бер минуттан да артмаясаҡ. Яңы номерға иртәнге сәғәт 8-ҙән 19 сәғәткә тиклем табипты өйгә саҡыртыу, консультацияға яҙылыу, вакцина яһатыу мәсьәләләре буйынса шылтыратырға мөмкин.
Унан тыш, был ғәмәлдәрҙе башҡа ысулдар менән дә башҡарырға мөмкин: белгестәргә регистратурала, табипта ҡабул ителгән ваҡытта, телефон, интернет, мәғлүмәт киоскылары аша ла яҙылырға була.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://www.bashinform.ru/bash/1576071/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"