-Навигация ҡорамалы баш мейеһендә юғары технологиялы нейрохирургик операциялар яһау өсөн тәғәйенләнгән, - ти медицина учреждениеһының баш табибы Андрей Палтусов. – Программаға идара итеү монитор экранында бара, был операция мәлендәге эште еңелләштерә һәм ваҡытты ҡыҫҡарта.
Система хирургик операцияларҙы үткәргәндә анатомик структураларҙың аныҡ урынлашыуын тәьмин итә. Стереотаксик хирургия башлыса баш мейеһе нейрохирургияһында, инструменттың тейешле зонаға теүәл алып барып еткерелеүен тәьмин итеү өсөн ҡулланыла, пациенттың сәләмәтлегенә зарар килтереү хәүефенән аралай.