Хәйбулла хәбәрҙәре
+29 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
27 Март 2021, 11:46
Вертолеттарҙың ярҙамы ҙур
Уңайлы булһын өсөн вертолет майҙансыҡтары район дауаханаларына яҡыныраҡ урында ойоштороған.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.
Шул иҫәптән санитар авиация тармағы ла үҫешә. Мәҫәлән быйыл республикала өс ай эсендә медицина модулле “Ансат” вертолеты 25 осош яһаған. Уның бортындағы медицина ҡоролмалары йыйылмаһы заманса донъяуи талаптарға яуап бирә. Быйыл 84 осош яһау планлаштырыла. Был маҡсат өсөн федераль ҡаҙнанан 85 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Быйыл республикала ҡайһы бер муниципалитеттарҙа вертолетты ултырытыу майҙандары булдырыласаҡ. Был медицина ярҙамы көтөү һәм пациентты эвакуациялау ваҡытын ҡыҫҡартырға ярҙам итәсәк.
Өфөлә Республика клиник перинаталь үҙәге, БДМУ клиникаһы янында вертолет майҙандары булыуы мәғлүм. Ҡалған райондарҙа яраҡлаштырылған майҙансыҡтар эшләй. Улар уңайлы булһын өсөн район дауаханаларына яҡыныраҡ урында ойоштороған. Белоретта иһә яңы майҙансыҡ бар.
Баш ҡалала йышыраҡ Республика клиник перинаталь үҙәге эргәһендәге майҙансыҡ ҡулланыла, сөнки уның эргәһендә Башҡортостандың төп ҙур республика стационарҙары урынлашҡан. Уларҙа махсуслаштырылған, шул иҫәптән юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты 2019 йылдың ғинуарынан тормошҡа ашырыла һәм үҙ эсенә һигеҙ федераль проектты ала.
Фото: lh3.googleusercontent.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Vertolettar-i-yar-ami-ur-736069/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"