ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
27 Март 2021, 11:42

715 принтер һатып алдылар

Проект ошо өлкәлә һанлы үҙгәрештәрҙе тәьмин итеүгә һәм эш һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелә.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “һаулыҡ һаҡлауҙың берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы нигеҙендә һаулыҡ һаҡлауҙа берҙәм һанлы контур булдырыу” төбәк проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы, республикалағы 122 медицина ойошмаһына 715 принтер тапшырылды.
Баҫыу ҡулайламаһы Республика медицина мәғлүмәт-аналитика системаһында эшләгәндә медицина хеҙмәткәрҙәренең автоматлаштырылған эш урынына тоташтырыла.
– Заманса мәғлүмәт технологиялары медицина персоналының эш сифатын яҡшыртыу ғына түгел, уны ҡулайлаштырыу, тиҙләтеү, ваҡытты экономиялау, анализ һөҙөмтәләрен, табип күрһәтмәләрен, ауырыуҙың хәл-шарттарын йылдам баҫтырып сығарыу мөмкинлеген бирә, – тине республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Йәнекәева.
Проект ошо өлкәлә һанлы үҙгәрештәрҙе тәьмин итеүгә һәм эш һөҙөмтәлелеген арттырыуға йүнәлтелә.
Фото: health.bashkortostan.ru/presscenter/news/353559
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас