ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
21 Март 2021, 05:57

Район етәкселеге студенттар менән осрашты

Хәйбулла районы хакимиәте программаһы буйынса районға эшкә ҡайтҡан табиптарға - 200 мең, фельдшерҙарға 100 мең һум түләнә.

Хәйбулла районы етәкселеге районда һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кадрҙарҙың етешмәүе, бигерәк тә тар профилле табиптар, ауылдарҙа эшләгән фельдшерҙарҙың булмауын иҫәпкә алып, киҫкен хәлде яйға һалыу, төбәккә ошонда тыуып-үҫкән буласаҡ аҡ халатлы белгестәрҙе эшкә ҡайтарыу маҡсатында бик ҙур эш алып бара.
Күптән түгел Өфө дәүләт медицина университеты, Сибай медицина колледжы студенттары менән осрашыуҙар үткәрһәләр, әле күрше Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһында Орск медицина колледжы филиалы студенттары менән осраштылар. Унда район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һәм уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова ҡатнашты.
Буласаҡ табиптар менән һөйләшеү дуҫтарса, йылы мөхиттә үтте. Осрашыу барышында районға эшкә ҡайтҡан йәштәр өсөн ниндәй ярҙам саралары булыуы, тормошҡа ашырылып килгән проекттар, программалар, районға ниндәй белгестәр кәрәклеге тураһында һүҙ барҙы.
“Беҙҙең эшмәкәрлектә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе - иң өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Буласаҡ медицина хеҙмәткәрҙәре менән аралашҡанда райондың ҡаҙаныштары, проблемалары тураһында һүҙ алып барҙыҡ. Тормошҡа ашырыласаҡ проекттар, районға эшкә ҡайтыусыларға ярҙам саралары тураһында мәғлүмәт бирҙек. Район һаулыҡ һаҡлау системаһы, медицина учреждениеларында эш шарттары тураһында һөйләшеү булды. Студенттарҙы ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙарға яуап бирҙек. Уларҙың күптәре район медицина учреждениеларына эшкә урынлашыу шарттары менән ҡыҙыҡһынды. Бындай осрашыуҙар үҙ һөҙөмтәһен бирер һәм йәш белгестәр районға ҡайтыр, тип уйлайым”, - тип яҙҙы үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов.
Фото: Рөстәм Шәриповтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас