Игеҙәк балалар тыуыуы ҙур бәхет. Ә улар ике енесле булһа, быны ҙур уңыш тип иҫәпләйҙәр. Ошондай ҡыҙ һәм малай игеҙ бәпестәр баш ҡаланың Дим биҫтәһендәге бала табыу йортонда донъяға килгәйне. Әйткәндәй, Димдәге был дауахана әле һаман ковид менән сирле пациенттарҙы ҡабул итә.
Әсә кеше балаларын ваҡытынан алды – 35-се аҙнала таба. Шуға күрә сабыйҙарға нығыныу һәм барлыҡ тикшереүҙәрҙе үтеү өсөн ваҡыт кәрәк була. Бынан тыш, уларға мотлаҡ карантин да талап ителә.
Дауахана вәкилдәре белдереүенсә, был учреждениела балалар тыуыу менән уларҙы әсәһенән ваҡытлыса айыралар. Был бәпестәргә коронавирус сире йоҡмаһын өсөн кәрәк. Ә аҙаҡ, мөмкинлеккә ҡарап, балаларҙы әсәләре менән бергә сығарырға тырышалар.
Әлеге игеҙәктәр ҙә нығынып алғас, сәләмәт әсәләре менән бергә өйҙәренә ҡайтып китте. Уларға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле тормош теләйбеҙ!