Вакцинация – коронавирусҡа ҡаршы көрәштә төп сара булып тора һәм был зәһәр инфекциянан прививка яһатыусылар артҡандан-арта. Башҡортостанда көн һайын 3,5 меңгә тиклем кеше COVID-19-ҙан вакцина эшләтә.
Республикаға әле барлығы 122,6 мең доза Гам-КОВИД-Вак вакцинаһы килгән.
“5 мартҡа ҡарата вакцинаның тәүге компонентын 93 меңдән ашыу кеше алған, икенсе компонентын яһатыусылар 39 меңдән артҡан”, – тип хәбәр итәләр Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан. Министрлыҡ шулай уҡ, республика күмәк вакцинацияға тулыһынса әҙер, тип билдәләй.
Хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: коронавирустан прививка эшләтеү өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша, “Табипҡа” мобиль ҡушымтаһы ярҙамында йәки БР докторы республика сайтында, колл-үҙәктең берҙәм телефоны буйынса (1301 һәм 122), үҙ поликлиникағыҙ регистратураһында, шулай уҡ Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенә шылтыратып (тел. 218-19-19) яҙылырға мөмкин.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/news/K-n-d--s-me-d-n-ashiu-keshe-kovidtan-privivka-ya-ata-704765/