Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
26 Февраль 2021, 20:19

Табиптар ҙа тимер түгел...

Коронавирустан күпме медицина хеҙмәткәренең вафат булыуы билдәле булды...

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы фажиғәле статистиканы йәмәғәтселеккә еткерҙе. Республикала коронавирустан күпме медицина хеҙмәткәренең вафат булыуы билдәле булды.
26 февралгә алынған мәғлүмәттәр буйынса, республикала сирҙе йоҡтороуҙың 28 165 осрағы теркәлгән, шул һандың 8 меңе медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә тура килә. Коронавирус менән сирләгәндән һуң барлыҡҡа килгән өҙлөгөүҙәрҙән 31 медицина хеҙмәткәре вафат булған, хеҙмәт бурыстарын үтәгән осорҙа – 13 кеше.
Ведомствола әйтеүҙәренсә, үлем осраҡтары буйынса һандарҙы теүәл тип әйтеп булмай, сөнки һәр үлем страховка осрағын тикшереү буйынса комиссия тарафынан раҫланырға тейеш.
Фото:BashNews.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: