Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
15 Февраль 2021, 15:56

Ә һин диспансеризация үттеңме?

/

Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәләрҙә коронавирус темаһы икенсе планға күсә башланы. Быға тиклем һөйләшеү фәҡәт ошо мәсьәлә менән башлана һәм күпселек ваҡытты ала ине, хәҙер көн тәртибе үҙгәрҙе һәм был хәлдәрҙең тотороҡлана башлауы тураһында һөйләй.
Эйе, коронавирус әле генә китергә уйламай. Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һуңғы мәғлүмәттәр менән таныштырҙы. Уның белдереүенсә, һуңғы тәүлектә 155 яңы сирләү осрағы асыҡланған. Пандемия башланыу менән 26687 кешегә ошондай диагноз ҡуйылған.
Дауаханаларҙа 234 кеше был инфекция менән ята, уларҙың 39-ы ауыр хәлдә. Өй шарттарында 5468 кеше дауалана. Сирләгән кешеләрҙең кәмеүен иҫәпкә алып, республикала ковид-госпиталдәр һаны ҡыҫҡартыла. Тәүҙә был сирҙәр өсөн 6500 койка-урын булһа, әле уларҙың һаны 2897-гә тиклем ҡыҫҡартылды.
Республикала пневмония менән сирләгәндәр арта, шул уҡ ваҡытта ОРВИ осраҡтары кәмеүе күҙәтелә.
Коронавирусты ныҡлап еңеү өсөн прививка яһатырға кәрәк. Быны һәр кем белә. Министр әйтеүенсә, әле Башҡортостанда 42500 кеше COVID-19-ға ҡаршы вакцина яһатҡан.
Дөйөм алғанда республикаға 94 мең доза вакцина килгән. Ошо көндәрҙә генә 20 мең доза алынған, яҡын арала уларҙы медицина учреждениелары буйынса таратасаҡтар. Беренсе компонент менән 42,5 мең кеше һәм икенсе компонент менән 12 мең кеше прививка яһатҡан.
Ә бөгөндән, 15 февралдән, Башҡортостанда халыҡты диспансерлаштырыу эше яңыртыла.
– Мин барлыҡ чиновниктарҙан да диспансеризация үтеүен һорайым, сөнки һеҙ һөҙөмтәле эшләргә һәм сәләмәт булырға тейеш. Һәм, әлбиттә, бөтә республика халҡы уны үтһен, был бик мөһим, – тине Радий Хәбиров.
Поликлиникалар һәм дауалау учреждениеларына халыҡ өсөн диспансеризация үткәреү графигы төҙөргә ҡушылды.
– Башҡаса үлемде кәметеү буйынса планды үтәп булмаясаҡ. Мин үҙем диспансеризация үттем, – тине Радий Хәбиров.
Фото: rb7.ru
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/in-dispanserizatsiya-tte-me-677817/
Читайте нас: