Хәйбулла хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ҺАУЛЫҠ ҺАҠЛАУ
10 Февраль 2021, 10:54
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан аҙ хәрәкәт иткән граждандарға прививканы нисек яһауҙарын хәбәр иттеләр
*
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова 9 февралдә коронавирус буйынса сираттағы брифингта аҙ хәрәкәт иткән граждандар араһында вакцинацияны нисек үткәреүҙәрен һөйләне.
«Социаль учреждениеларҙа, йорт-интернаттарҙа, пансионаттарҙа йәшәүселәр урында прививка эшләтә. Башҡа мөмкинлек тә бар. Поликлиника көсө менән пациент вакцинация кабинетына килтерелә. Прививканан һуң мотлаҡ ярты сәғәт анафилактик реакцияның булыу-булмауын көтөргә кәрәк», — тип белдерҙе Ирина Кононова.
Вакцинацияға сиратҡа «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында, «Табипҡа» мобиль ҡушымтаһында йәки doctor.bashkortostan.ru республика сайтында, шулай уҡ 1301 һәм 122 (колл-үҙәк), 218-19-19 (ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге ) телефондары буйынса яҙылырға мөмкин.
«Башинформ» агентлығы
хәбәр иткәнсә
, республикала 5 167 кеше «Дәүләт хеҙмәттәре» порталы аша коронавирустан вакцинацияға сиратҡа яҙылған.
https://www.bashinform.ru/bash/1556618/
Читайте нас:
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде