Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәрҙең артыуы күҙәтелә. Республикала 1 февралдән 7-һенә тиклем бөтәһе 24 483 кеше ОРВИ һәм грипп йоҡторған. Был уҙған аҙнаға ҡарағанда 1,2% күберәк. Өфөлә 6774 кеше ауырый (14% кәмегән).
«Республикала сир күрһәткесе өлкәндәрҙең ауырыуы иҫәбенә эпидемик сиктән 21% юғарыраҡ, Өфөлә – эпидемик сик кимәлендә. Сирлеләрҙең яҡынса 50% – 17 йәшкә тиклемге балалар», — тип хәбәр иттеләр Роспотребнадзорҙың матбуғат хеҙмәтенән.