Коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүселәр көндән-көн арта. Был уколды ҡаҙатыу – ошо аяуһыҙ сирҙән һаҡлаясаҡ берҙән-бер юл.
Хәйбулла районының Һамар ауылы хакимиәте башлығы Рафаэль Кәримов та прививка эшләткән.
"Бөгөн ковидҡа ҡаршы укол яһатҡандарҙың береһе – мин, – тип яҙған Рафаэль Фәрит улы “Бәйләнештә” селтәрендәге сәхифәһендә. – Хәл-торошом яҡшы, бүтәндәргә лә был эште һуҙмаҫҡа кәңәш итәм".
Фото: “Бәйләнештә” селтәре.